Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БЕЛЯКОВ Вячеслав Филиппович

Просмотров: 1836

БЕЛЯКОВ Вячеслав Филиппович (2.3.1939, Мәскәү ҡ. — 20.11.2021, шунда уҡ), баянсы, педагог, музыка‑йәмәғәт эшмәкәре. Профессор (1980). РСФСР‑ҙың (1974) һәм БАССР‑ҙың (1968) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Гнесиндар исемендәге Музыкаль-педагогия институтын тамамлаған (Мәскәү ҡ., 1963; Н.Я.Чайкин класы). 1963—68 йй. Гнесиндар исемендәге Музыкаль‑педагогия институтының Өфө уҡытыу-консультация пункты кафедраһы мөдире вазифаһын башҡара, бер үк ваҡытта Өфө сәнғәт училищеһының бүлек мөдире. 1968 й. алып ӨДСИ‑лә: 1970—74 йй. һәм 1978—83 йй. халыҡ музыка ҡоралдары кафедраһы мөдире, 1974—78 йй. уҡыу-уҡытыу һәм фәнни эштәр буйынса проректор, бер үк ваҡытта 1968—76 йй. Гнесиндар исемендәге Музыкаль‑педагогия институтында уҡыта. 1983—84 йй. Мәскәү мәҙәниәт институтында, бер үк ваҡытта 1984—2019 йй. Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһында уҡыта (1984—96 йй. халыҡ музыка ҡоралдары кафедраһы мөдире). Б. башҡарыу сәнғәтенә юғары оҫталыҡ, камил техника, музыка стилдәрен нескә тойомлау хас. Репертуарында классик һәм заман музыкаһы, ш. иҫ. И.С.Бах, В.А.Моцарт, П.И.Чайковский, А.И.Хачатурян, Г.Г.Шендерёв, башҡ. композиторҙары М.М.Вәлиев, Х.Ш.Заимов, З.Ғ.Исмәғилев, К.Й. Рәхимов әҫәрҙәре. Н.Я.Инякиндың “Әпипә” татар халыҡ темаһына вариацияларын тәүге башҡарыусы. Донъяның 53 илендә гастролдәрҙә була.

  Башҡортостанда готово-выборный баянда башҡарыу мәктәбенә нигеҙ һалыусы. Уҡыусылары араһында Ф.Т.Арыҫланғолов, В.А.Башенёв, М.И.Ғәйнетдинов, Т.Т.Камалов, В.Н.Линник, В.П.Суханов, С.М.Тюфяков, В.В.Фильчёв, Р.Ю.Шәйхетдинов. “Донъя кубогы” Халыҡ-ара баянсы-аккордеонсылар конкурсы лауреаты (Прага ҡ., 1962). 2013 й. Өфө ҡ. Б. призына Халыҡ-ара баянсылар, аккордеонсылар һәм милли гармунда уйнаусылар конкурсы (2 йылға бер тапҡыр үткәрелә) булдырыла.

  Әҙәб.: В творческом поиске: сб. материалов. Уфа, 2000.

С.М.Платонова

Тәрж. Г.С.Балтабаева

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 26.02.2024
Связанные темы рубрикатора: