Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БИЕШУ Мария Лукьяновна

Просмотров: 849

БИЕШУ Мария Лукьяновна (5.5.1934, Молдавия АССР‑ының Волонтировка а. — 16.5.2012, Кишинёв), йырсы (лирик-драматик сопрано), муз.-йәмәғәт эшмәкәре. Молдова Респ. ФА акад. (1998), проф. (1986). Соц. Хеҙмәт Геройы (1990). СССР‑ҙың (1970) һәм БР‑ҙың (1994) халыҡ артисы. Кишинёв консерваторияһын тамамлаған (1961; С.П.Зарифьян класы). 1966—67 йй. Ла Скала театрында (Милан ҡ., Италия) стажировка үтә. 1961 й. алып Молдавия опера һәм балет театры (Кишинёв) солисы, 1980 й. башлап Кишинёв консерваторияһында уҡыта. Бер нисә тапҡыр Өфөгә килә. Оло Теләк фажиғәһендә (ҡара: Техноген һәләкәттәр) һәләк булғандар иҫтәлегенә яңғыраған Дж.Верди Реквиемын башҡарыуҙа ҡатнаша (1994). БДОБТ‑ла үткән “Ирина Архипова тәҡдим итә” (“Ирина Архипова представляет”) фестивалендә Аида партияһын (Вердиҙың ш. уҡ исемле операһы) башҡара (1994). П.И.Чайковский ис. (1966), Миура Тамаки ис. (1967, “Алтын кубок” һәм “Донъяның иң шәп Чио-Чио-саны” исеме) халыҡ-ара конкурстар лауреаты. Ленин пр. (1982), СССР‑ҙың Дәүләт пр. (1974), Молдавия ССР‑ының Дәүләт пр. (1968) лауреаты. Ленин (1984, 1990), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976), “Почёт Билдәһе” (1960) орд., “Республика ордены” (Молдавия, 1993) м‑н бүләкләнгән.

С.М.Платонова

Тәрж. Г.С.Балтабаева

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019