Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БОЛОТОВ Николай Андреевич

Просмотров: 803

БОЛОТОВ Николай Андреевич [19.12.1899, Һамар губ. Боғорослан өйәҙе Дмитриевский (Үрге Орлянка) а. — 22.8.1964, Өфө], хор дирижёры. БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1945). Мәскәү консерваторияһын тамамлағандан һуң (1930; А.В.Александров класы) 1940 й. тиклем һәм 1955 й. алып Өфө сәнғәт уч‑щеһында уҡыта, 1940—55 йй. БДОБТ‑ның баш хормейстеры. Бер үк ваҡытта респ. Мәғариф хеҙмәткәрҙәре йортоноң хоры, вокал түңәрәге, симфоник ансамбле м‑н етәкселек итә. Башҡ. муз.-театр сәнғәте үҫешенә ҙур өлөш индерә. Опера һәм балет театрында М.И.Глинка, А.С.Даргомыжский, П.И. Чайковский, Ж.Бизе, Дж.Верди, Дж. Россини операларын, ш. уҡ М.М.Вәлиев һәм Н.И.Пейконың “Айһылыу”, “Аҡбуҙат”, Н.К.Чемберджиҙың “Ҡарлуғас”, “Салауат Юлаев”, Вәлиевтең “Һаҡмар” һ.б. операларҙы ҡуйыуҙа ҡатнаша. Уҡыусылары араһында Н.И.Бызина, Г.И.Кидуль, С.Г.Шаһиәхмәтова, БАССР‑ҙың атҡ. артисы Ю.В.Суханов, БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑рҙәре Л.Ғ.Төхвәтуллина (Ғ.Сәләм ис. пр. лауреаты) һәм М.Я.Федотов.

Әҙәб.: Фоменков М.П. Очерки истории развития хорового искусства Башкортостана. Уфа, 1990.

М.П.Фоменков

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019