Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“БУТИС ПАЛКАУНИК”, йыр

Просмотров: 857

“БУТИС ПАЛКАУНИК”,Бутас полковник”, башҡ. халыҡ йыры, оҙон көй. Фонографҡа тәүге тапҡыр 20 б. 30‑сы йй. яҙыла. 1959 й. йырҙың шиғри тексы варианттарын Ҡурған өлкәһендә С.Ә.Галин, К.Мәргән, Н.Д.Шоңҡаров яҙып ала. Йыр лирик‑эпик характерҙа. Хәрби һәм кантон башлығына арнап ижад ителгән йырҙар иҫәбенә инә. Легендаларҙың береһе б‑са, 1856 й. Александр II батшаның тәхеткә ултырыу тантанаһында ҡатнашҡан һәм унан полковник дәрәжәһендә ҡайтҡан Бутисовҡа арналған. Тарихи мәғлүмәттәр б‑са, 19 б. 50‑се йй. Ырымбур губ. Силәбе өйәҙе кантондарының береһе идаралығында ағалы‑ҡустылы Шәйәхмәт м‑н Мөхәмәтсадиҡ Бутисовтар хеҙмәт иткән. Фаразланыуынса, Ҡуйсан а. (хәҙ. Ҡурған өлк. Сафакүл р‑ны) йәшәгәндәр. Йырҙа уларҙың береһе т‑да һүҙ барыуы мөмкин. Йырҙың көйө аҙ биҙәкле, көйҙөң үҫешендә импульс ролен үтәгән үҫә барыусы кварта интонацияһы характерлы үҙенсәлеге булып тора. Йырҙы башҡарыусылар араһында С.М.Ильясов, И.Ф.Батыршин.

Әҙәб.: Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар. 1‑се кит. Өфө, 1974; Башҡорт халыҡ көйҙәре, йырлы‑бейеүле уйындар. Өфө, 1996; Башкирское народное творчество. Т.8. Песни (дооктябрьский период). Уфа, 1995.

Л.Ҡәлмәнова

Тәрж. Г.С.Балтабаева

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019