Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БИКТАШЕВА Тәлиғә Миңлевәли ҡыҙы

Просмотров: 797

БИКТАШЕВА Тәлиғә Миңлевәли ҡыҙы [28.7.1911, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Арыҫлан а. (БР‑ҙың Шишмә р‑ны) — 14.10.1995, Мәскәү], актриса. БАССР‑ҙың халыҡ (1955) һәм атҡ. (1940) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1938). Башҡ. сәнғәт техникумын тамамлаған (1932; В.Мортазин-Иманский, М.Ә.Мәһәҙиев курсы). 1930 й. алып БАДТ актрисаһы. Б. ижадында сағыу драматизм һәм тәрән лиризм тәбиғи үрелеп килә. Төп ролдәре: Ҡарлуғас (Б.Бикбайҙың ш. уҡ исемле драмаһы), Көнбикә (“Бисәкәй”, А.Ҡ.Мөбәрәков), Мәрзиә (“Ул ҡайтты”), Илбикә (“Әсә хөкөмө”; икеһе лә — Ә.Ҡ.Атнабаев) хис‑тойғолар байлығы һәм тормошсанлығы м‑н айырыла. Б. актёрлыҡ һәләте бигерәк тә Ғәлиәбаныу (“Ғәлиәбаныу”; дебют, 1930), Ульяна Громова һәм Елена Кошевая (А.А.Фадеевтың “Йәш гвардия” — “Молодая гвардия” романы б‑са В.Ғ.Ғәлимовтың “Батырҙар” спектакле), Ксения (“Борис Годунов”, А.С.Пушкин), Мәстүрә (“Йырланмаған йыр”, М.Кәрим) ролдәрендә асыҡ сағыла. Б. иң яҡшы роле Ғәлимә (М.Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр” повесы б‑са Ғ.Әмири һәм Ғәлимовтыңш. уҡ исемле әҫәре) Мәскәүҙә үткән Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында (1955) юғары баһалана. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1955), “Почёт Билдәһе” (1969) орд. м‑н бүләкләнгән.

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019