Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БРОДСКАЯ Валентина Егоровна

Просмотров: 718

БРОДСКАЯ Валентина Егоровна (14.7.1939, Смоленск өлк. Михайловский а.), актриса, БР‑ҙың халыҡ (1995), БАССР‑ҙың атҡ. (1985) артисы. Ташкент ун‑тын тамамлағандан һуң (1968) Петропавловск‑Камчатский, Ташкент һәм Фирғәнә ҡҡ. театрҙарында эшләй. 1972 й. алып Стәрлетамаҡ урыҫ драма театры актрисаһы. Б. ижад иткән сәхнә образдары соц. характеристика сағыулығы, пластика баҙыҡлығы м‑н айырыла. Төп ролдәре: Королева [“Ҡар батшабикәһе” — “Снежная королева”, Е.Л.Шварц; дебют, Ю.Ахунбабаев ис. Респ. йәш тамашасы театры (Ташкент), 1966], Полина (“Тол ҡалған һалдат ҡатыны” — “Солдатская вдова”, Н.П.Анкилов), Мария (“Ата‑әсәләр көнө” — “Родительский день”, Н.В.Коляда), Дарья Семёновна (“Наҙлы йөрәк мөхәббәте” — “Любовь от нежного сердца”, В.А.Соллогубтың “Наҙлы йөрәк бәләһе” — “Беда от нежного сердца” пьесаһы б‑са), Надежда (“Мөхәббәт һәм күгәрсендәр” — “Любовь и голуби”, В.П.Гуркин). Актрисаның комик таланты Софья Ивановна (“Ул үлгән саҡта” — “Пока она умирала”, Н.М.Птушкина) образында айырыуса тулы асыла. Б. уйнауындағы көсөргәнешле драматизм һәм тәрән психологизм Лисандра (“Табор”, З.Станку), Медея (Ж.Ануйҙың ш. уҡ ис. трагедияһы), Василиса Мелентьева (“Иван Грозныйҙың алтынсы ҡатыны” — “Шестая жена Ивана Грозного”, А.Н.Островский) образдарында асыҡ сағыла.

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019