Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БОХАРСКИЙ (Ғәлимов) Хажиәхмәт Ғирфанетдин улы

Просмотров: 864

БОХАРСКИЙ (Ғәлимов) Хажиәхмәт Ғирфанетдин улы (1.1.1899, Ҡазан губ. Һатламыш а. — 13.5.1974, Өфө), актёр, режиссёр. РСФСР‑ҙың атҡ. (1957), БАССР‑ҙың халыҡ (1944) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1938). В.Ғ.Ғәлимовтың ағаһы. Ҡыштым реаль уч‑щеһын тамамлаған (1918). 1931—33 йй. Мәскәү театр уҡыу-производство комб‑тында уҡыған. 1919 й. алып Златоуст ҡ. халыҡ мәғарифы системаһында эшләй, бер үк ваҡытта һәүәҫкәр театр актёры һәм режиссёры. 1923—68 йй. БАДТ актёры, реж., администраторы, дир. һәм художество етәксеһе, театр музейы мөдире, бер үк ваҡытта 1926—52 йй. Башҡ. театр-художество уч‑щеһында уҡыта. Башҡ. сәхнә сәнғәте үҫешенә ҙур өлөш индерә. 50 йыл сәхнәлә эшләү осоронда төрлө пландағы 100‑ҙән ашыу роль башҡара. Актёр персонаждың эске тәбиғәтен һәр яҡлап аса алыу, уның ҡиәфәтенә һәм үҙ-үҙен тотошона хас буяуҙарҙы һәм деталдәрҙе билдәләй белеү оҫталығы м‑н айырылып тора: Ҡолой Балтасов (“Салауат”, Б.Бикбай), Мамаев (С.М.Мифтаховтың “Зимагорҙар” пьесаһы б‑са “Балҡанда, йәки Зимагорҙар” спектакле), Сәлих бай (“Бай һәм хеҙмәтсе”, Х.Н.Хәмзә). Сәхнә техникаһының виртуозы булараҡ, Б. классик драмаларҙа ла сағыу ролдәр башҡара: Добчинский (“Тикшереүсе”, Н.В.Гоголь), Шмага (“Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр”, А.Н.Островский), фон Кальб һәм Вурм (“Мәкер һәм мөхәббәт”, Ф.Шиллер) һ.б. Ижади диапазонының киңлеге т‑да уның режиссёр эштәре һөйләй: “Мәкер һәм мөхәббәт”, “Бай һәм хеҙмәтсе”, “Фетнә” [Д.А.Фурмановтың “Фетнә” (“Мятеж”) романы б‑са], “Любовь Яровая” (К.А.Тренёв), “Күтәрелгән сиҙәм” [М.А.Шолоховтың “Күтәрелгән сиҙәм” (“Поднятая целина”) романы б‑са], Мифтаховтың “Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт” пьесаһы һәм башҡалар. У.Шекспирҙың “Отелло” спектакле — Б. иң уңышлы постановкаларының береһе. Алғы планға пьеса йөкмәткеһенең соц. аспектын сығарып, һәр сәхнә әҫәренә заман һулышы өҫтәй. Уҡыусылары араһында Ф.Х.Бәхтейәров, Ф.Ғ.Ғәләүетдинов, И.Х.Йомағолов, Ш.Р.Рәхмәтуллин, Ғ.Ф.Сарбаев, В.К.Сәйфуллин, Р.Ғ.Сәйфуллина, Р.С.Янбулатова. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1955).

Әҙәб.: Зөбәиров Ә.Ф. Башҡорт дәүләт күсмә театры ауылдарҙа. Өфө, 1928; Мәһәҙиев М.Ә. Театр тураһында: мәҡәләләр йыйынтығы. Өфө, 1962.

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.С.Балтабаева

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 20.04.2023