Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АБСАТАРОВА Гүзәл Рәшит ҡыҙы

Просмотров: 1136

АБСАТАРОВА Гүзәл Рәшит ҡыҙы (1.10.1957, Өфө), бейеүсе. РФ‑тың атҡ. артисы (1998), БАССР‑ҙың халыҡ (1989) һәм атҡ. (1986) артисы. Рәсәй театр сәнғәте акад. тамамлаған (1996; педагогтары Е.П.Валукин, Л.М.Таланкина). 1973 й. алып Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, 1991 й. — педагог‑репетиторы, бер үк ваҡытта 2004 й. башлап Көнсығыш иҡт.‑юридик гуманитар акад., 2008—13 йй. БДПУ‑ла уҡыта. Тәбиғи нәзәкәтлелеге һәм драматик таланты м‑н айырылып тора. Нәфислек һәм театраллек — бейеүсе ижадының төп үҙенсәлектәре. Яңғыҙ “Заһиҙә” (ҡара: “Мөғлифә”) бейеүен һәм “Азамат”, “Арагон хотаһы”, “Бөрйән ҡыҙҙары”, “Дуҫлыҡ”, “Ете ҡыҙ”, “Ҡумыҙ менән бейеү” һ.б. күмәк бейеүҙәрҙә партиялар башҡара. Салауат Юлаев орд. м‑н бүләкләнгән (2018).

 

М.А.Таһирова

Тәрж. Г.Р.Ҡунафина

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019