АМАНТАЕВ Рафаэль Альберт улы
638
АМАНТАЕВ Рафаэль Альберт улы (19.10.1962, Өфө), бейеүсе. БР‑ҙың халыҡ (1997) һәм атҡ. (1995) артисы. Ғ.Амантайҙың ейәне. 1980—2003 йй. Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы. Үҙенсәлекле бейеүсе. А. башҡарыу виртуозлығы (“Арагон хотаһы” — “Арагонская хота”, “Бесәнселәр”, “Гопак”) сағыу образлылыҡ (“Андалузия кистәре” — “Андалузские вечера”, “Бөркөткә һунар уйыны”, “Кейәү” — “Жених”) м‑н уңышлы берләшә. Бөтә Рәсәй яңғыҙ халыҡ бейеүҙәрен башҡарыусылар конкурсы лауреаты (Һамар ҡ., 1993).
М.А.Таһирова
Тәрж. Г.С.Балтабаева
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Энциклопедиялар:
Связанные статьи: