Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АНИЩЕНКО Геннадий Васильевич

Просмотров: 1609

АНИЩЕНКО Геннадий Васильевич (15.3.1937, Чимкент ҡ. — 12.10.2020, Өфө ҡ.), балетмейстер. РСФСР‑ҙың (1977) һәм БАССР‑ҙың (1967) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Юғары профсоюз мәҙәниәт мәктәбен тамамлаған (Ленинград ҡ., 1976). 1956 й. алып Өфө тимер юл техникумының бейеү коллективы етәксеһе. ӨПЭЗ эргәһендәге Салауат Юлаев исемендәге бейеү ансамблен (1960—94; 1962 й. алып “халыҡ” исемен йөрөтә), фольклор бейеү ансамблен “Мираҫ” (1991—2001) ойоштороусы һәм уларҙың художество етәксеһе. 1956—76 йй. фольклор экспедицияларында тупланған Башҡортостан халыҡтарының 120-нән ашыу тарихи, көнкүреш һәм уйын бейеүҙәре (“Аулаҡ”, “Ҡоштар тураһында легенда” — “Легенда о птицах”, “Раштыуаға ҡаршы төн” — “Ночь перед Рождеством”, “Полштран баҙары” — “Полштран базар”, “Балдыҙҙар” — “Свояченицы”, “Ауыҙлыҡ менән бейеү” — “Танец с трензелями”, “Сатыр янында” — “У шатра” һ.б.) А. ҡуйылышында үҙенсәлек менән айырыла, милли колорит менән һуғарылған. СССР Халыҡ бейеүҙәре ансамблендә “Салауат вариҫтары” (“Салаватцы”), “Ҡул оҫталары” (“Рукодельницы”; 1960‑сы йй. аҙағында) бейеүҙәрен; Гуцул йыр һәм бейеү ансамблендә “Урыҫ бейеүе”н (“Русский танец”; 1972), Карпат буйы хәрби округының Йыр һәм бейеү ансамблендә “Башҡорт бейеүе”н һәм “Дуҫлыҡ” (“Дружба”; 1973) сюитаһын ҡуя. А. Урыҫ драма театрында И.Х.Йомағоловтың “Нәркәс” пьесаһы буйынса “Ҡыуылған ҡыҙ” (“Изгнанная”), А.Н.Островскийҙың “Ярлылыҡ оят түгел” (“Бедность не порок”), М.Кәримдең “Ҡыҙ урлау”; Башҡорт драма театрында З.А.Биишеваның “Нәҙер”; Ҡурсаҡ театрында М.Кәрим пьесаһы буйынса “Диктаторға ат бирегеҙ!”, С.Т.Айытматовтың “Аҡ пароход” (“Белый пароход”) повесы буйынса А.Б.Барановтың шул уҡ исемле спектаклендә; Ижевск урыҫ драма театрында “Ҡыуылған ҡыҙ” (“Изгнанная”) спектаклендә бейеүҙәр һәм хореографик композициялар ҡуя. Халыҡ-ара, бөтә Союз, Бөтә Рәсәй үҙешмәкәр һәм халыҡ ижады фестивалдәре лауреаты, Ғ.Сәләм исемендәге премия (1967), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1970), “Почёт Билдәһе” (1980) ордендары менән бүләкләнгән.

З.В.Сәйфуллина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

 

З.В.Сәйфуллина
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 26.08.2022