Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАШҠОРТ ӘҘӘБИӘТЕ

Просмотров: 3635

БАШҠОРТ ӘҘӘБИӘТЕ. Б.ә., боронғо төрки әҙәбиәте һәм көнсығыш әҙәбиәте традицияларына таянып, башҡ. фольклоры нигеҙендә үҫешә. Башҡ. һүҙ сәнғәтенең иң боронғо ҡомартҡылары болғар осорона (ҡара: Волга буйы Болғары) ҡарай. Волга буйы Болғары осоронда Урал‑Волга буйы халыҡтарының төрлө этник төркөмдәренең күп яҡлы һәм тотороҡло бәйләнештәре һәм үҙ‑ара йоғонтоһо, терр. һәм тел яҡынлығы төрки телендә ижад ителгән боронғо болғар тип йөрөтөлгән берҙәм әҙәбиәтте барлыҡҡа килтерә. Был осор әҙәбиәте тар милләтле булмай, ул Волга буйы Болғары составына ингән болғарҙар һ.б. төрки телле халыҡтар тырышлығы м‑н барлыҡҡа килә. Тарихҡа Борханетдин Ибраһим әл‑Болғари, Хәмид ибн Иҙрис һ.б. болғар яҙыусыларының исемдәре билдәле. Яҡуп ибн Ноғмандың “Тәуарихи Болғарийа” тарихи-әҙәби әҫ. традициялары 19 б. башҡ. яҙыусылары Ғ.Соҡорой һәм Т.Ялсығолдоң ш. уҡ исемле әҫәрҙәрендә дауам ителә. Ҡол Ғәлиҙең “Ҡиссаи Йософ” (13 б.) әҫ. болғар осоро әҙәбиәтенең классик өлгөһө булып тора, ул башҡорттарҙың һәм татарҙарҙың уртаҡ байлығы. Орхон- Йәнәсәй ҡомартҡыларынан башланған ҡәбер таштарындағы шиғри яҙмалар традицияһы болғар осоронда дауам итә (ҡара: Хөсәйенбәк кәшәнәһе). Эпитафиялар теге йәки был осор әҙәбиәтенең үҙенсәлектәрен һәм тел айырмалыҡтарын сағылдыра. Уларҙың ҡайһы бер шиғри өлгөләре һуңыраҡ башҡ. шәжәрәләре, тарихи яҙмалар, бәйеттәрҙең традицион башланышы элементына әүерелә. Урал-Волга буйы әҙәбиәте 19 б. тиклем ҡулдан яҙыла һәм, нигеҙҙә, аноним була. Ижадсы йә исемен яҙмай, йә күп тапҡыр күсереп яҙыу һөҙөмтәһендә автор исеме юғала, һәм әҫәр халыҡтыҡы булып китә. Текстар ғәҙәттә бер нисә вариантта һәм редакцияла була; әҫәрҙә һүрәтләнгән ваҡиғалар һәм ҡатнашыусылар йыш ҡына шартлы, абстракт характерҙа. Урта быуаттарҙа Урал-Волга буйы төрки телле әҙәбиәтенә ғәрәп, фарсы, һинд әҙәбиәттәренең күп әҫәр сюжеттары килеп инә (“Хужа Насретдин көләмәстәре”, “Кәлилә менән Димнә”, “Ҡырҡ вәзир” һ.б.) һәм уларҙың төбәк версиялары барлыҡҡа килә (“Әл‑ҡисса Буҙйегет”, “Бәхтейәрнамә” һ.б.).

13 б. 2-се яртыһынан Б.ә. үҫешенең ҡыпсаҡ дәүере (ҡара: Ҡыпсаҡтар, Алтын Урҙа) башлана. Система булараҡ был осор әҙәбиәтенә бер төбәккә бәйләнгәнлек хас. Мәҫ., ошо осорҙа ижад ителгән һәм дөйөм әҙәби тел һәм художество системаһына эйә булған С.Сараиҙың “Гөлөстан бит-төрки”, Хөсәм Кәтибтең “Жөмжөмә солтан”, Харәзмиҙың “Мөхәббәтнамә”, Ҡотбтың “Хөсрәү вә Ширин” һ.б. әҫ. башҡорттар, ҡаҙаҡтар, татарҙар, үзбәктәр һ.б. төрки телле халыҡтар өсөн уртаҡ ҡомартҡыға әүерелә. Урта быуаттар Б.ә. ғәзәл, дастан, ҡасидә, ҡисса, хикәйәт кеүек көнсығыш әҙәбиәтенә хас булған жанрҙар өҫтөнлөк итә. Мәхмүт Ғәлиҙең “Нәһж әл-фәрадис” (“Ожмахҡа ҡапҡа”) дастаны һәм дини-дидактик йөкмәткеле башҡа әҫәрҙәре проза жанрҙарының үҫешенә этәргес бирә. “Ғәли батыр”, “Киҫекбаш китабы”, “Ҡиссаи Сәҡам”, “Ҡиссаи Фәттәхетдин” ҡисса һәм дастандары агиографик әҙәбиәттең нигеҙен тәшкил итә. Суфыйсылыҡ шиғриәтенең иң яҡшы өлгөләре — Урта Азия шағирҙары Ә.Йәсәүи, Баҡырғани, Чәләби, Аллаяр суфый һ.б. әҫ. — Б.ә. эпик традициялар үҫешенә, ҡайһы бер популяр жанрҙарҙың ныҡлы урын алыуына, стиль үҙенсәлектәренең формалашыуы һәм нығыныуына килтерә. 15—17 бб. cуфыйсылыҡ мотивтары Өмми Камал, Мәүлә Ҡолой һ.б., 18—19 бб. Ш.Зәки, Ә.Ҡарғалы, М.Ҡотош-Ҡыпсаки, Ғ.Соҡорой, Һ.С.Сәлихов, Ғ.Усман, Т.Ялсығол һ.б. шағирҙарҙың ижадында сағылыш таба. Алтын Урҙа дәүерендә төрки ғалимдары һәм яҙыусыларының күбеһе, тыуған ерен ташлап, ижадын башҡа илдәрҙә дауам итергә мәжбүр була. Мысырҙа йәшәгән башҡ. шағирҙары Сәнжар Ғилметдин әл-Башҡорди һәм Насретдин ән‑Насыри т‑да мәғлүмәттәр һаҡланған.

11—16 бб. Урал һәм Волга буйҙарында йәшәп килгән төрки телле әҙәбиәттең аныҡ милли сиктәре булмай. Төбәк системаһы эсендә башҡ. милли әҙәбиәтенең айырымланыуы 16 б. башлана: башҡ. һүҙ сәнғәтенә генә хас булған милли тематика элементтары барлыҡҡа килә, фольклор м‑н тығыҙ бәйләнеш урынлаша. Әҙәбиәт м‑н фольклор сигендә торған ижад төрө — ауыҙ-тел әҙәбиәте — әүҙем үҫешә. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы башҡорттарҙың рухи мәҙәниәте үҫешендә һынылыш осоро була. Халыҡ нығыраҡ туплана, прогрессив рус мәҙәниәте м‑н киң бәйләнеш һәм үҙ-ара ижади йоғонто яһау мөмкинлеге тыуа. Дөйөм төбәк һыҙаттары м‑н бер рәттән Урал, башҡорттарҙың тормош-көнкүреше м‑н бәйле милли һәм терр.-геогр. тематика, тик башҡ. шиғриәтенә хас яңы жанрҙар, шиғри формалар барлыҡҡа килә. Ҡулъяҙма әҫәрҙәр араһында шәжәрәләр айырым урын алып тора, уларҙа ырыу йылъяҙмаһы, генеалогия тарихи ваҡиғалар һүрәтләнеше, риүәйәттәр һәм легендалар м‑н тығыҙ үрелеп бара. “Әйле ырыуы шәжәрәһе”, “Ҡарағай‑ҡыпсаҡ ырыуы шәжәрәһе”, “Үҫәргән ырыуы шәжәрәһе”, “Юрматы ырыуы шәжәрәһе” — дастан, “Сыңғыҙнамә” тәуарих жанрында яҙылған. Башҡорт ихтилалдары (17—18 бб.) әҙәбиәттә демократик йүнәлеште һәм халыҡ публицистикаһын әүҙемләштерә. Ижт.-сәйәси шарттарҙы сағылдырыусы һәм ихтилал сәбәптәрен асып биреүсе иң әһәмиәтле әҫәр — Батыршаның императрица Елизавета Петровнаға яҙған хаты (ҡара: Батыршаның батшаға яҙған хаты). Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) осорондағы Б.ә. өсөн Салауат Юлаев ижады ҙур әһәмиәткә эйә, ул ауыҙ- тел һәм яҙма башҡ. шиғриәтенең иң яҡшы традицияларын кәүҙәләндерә. 17—18 бб. Башҡортостанда мәҙрәсәләр асыу, уларҙа ғәрәп телен һәм фарсы телен уҡытыу көнсығыш әҙәбиәт м‑н бәйләнештең көсәйеүенә килтерә. Науаи, Низами, Сәғҙи, Фирҙәүси, Хафиз ижадының йоғонтоһо арта; ғәзәл, мәҫнәүи, хикмәт һ.б. жанрҙар үҫешә. Шиғриәттә ҡанунлаштырылған ғаруз шиғыры өҫтөнлөк ала. 1812 й. Ҡазанда Т.С.Беляев тарафынан яҙып алынған “Ҡуҙыйкүрпәс, бер ҡурайсы тарафынан башҡорт телендә яҙылған һәм 1809 йылда Рифей тауҙары үҙәндәрендә урыҫ теленә тәржемә ителгән башҡорт повесы” (“Куз-Курпяч, башкирская повесть, писанная на башкирском языке одним курайчем и переведённая на российский в долинах гор Рифейских, 1809 года”) китабы баҫылып сыға. Башҡ. ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыһы “Алдар менән Зөһрә” ш. уҡ Беляев тарафынан яҙып алынған, тип фаразлана.

19 б. Ә.Ә.Диваев, Х.Жданов, З.Х.Рәсүлев һ.б. реформаторҙарҙың эшмәкәрлеге әҙәбиәттең яңы заман рухында үҫешеүенә булышлыҡ итә. 19 б. 2‑се ярт. мәғрифәтселек әҙәбиәте үҫешә. Уның барлыҡҡа килеүе һәм аяҡҡа баҫыуында ижадтарында һәм ғилми‑пед. эшмәкәрлектәрендә прогрессив рус мәҙәниәтенә һәм мәғрифәтенә йүнәлеш тотҡан Неплюев кадет корпусы уҡытыусылары М.М.Биксурин, М.И.Иванов, С.Б.Күкләшев ҙур роль уйнай. Мәғрифәтсе башҡ. яҙыусыларының күбеһе урыҫ уҡыу йорттарында һәм яңы методика б‑са белем биреүсе мәҙрәсәләрҙә уҡып сыға (ҡара: Йәдитселек). Башҡортостанда Аҡмулла һәм М.И.Өмөтбаев мәғрифәтселек хәрәкәтенең күренекле вәкилдәре була. Әҫәрҙәрендә ижт. тематикаға мөрәжәғәт итеп, мәғрифәтсе шағирҙар аң-белем таратыуҙы йәмғиәттәге ҡапма-ҡаршылыҡтарҙы хәл итеү юлы итеп күрә, зыялыларға өмөт бағлай. 19 б. аҙағында башҡ. драматургияһы формалаша башлай, уның жанр формалары һәм структур үҙенсәлектәре төҫмөрләнә. 19 б. һуңғы сирегендә Б.ә. яйлап мәғрифәтселек реализмы һыҙаттары нығына. Проза һиҙелерлек үҙгәрештәр кисерә. Урыҫ һәм көнбайыш әҙәбиәте традициялары йоғонтоһонда повесть, хикәйә кеүек жанрҙар барлыҡҡа килә. Ш.Кәшәфетдиндең традицион көнсығыш жанрҙарында ижад ителгән “Ҡиссаи Жәмшид” (1889), “Ҡиссаи хикмәт” (1897) китаптары һәм “Белек” хикәйәләр йыйынтығы (1872, төҙөүсеһе В.В.Радлов) м‑н бер рәттән реалистик әҫәрҙәр Р.Ф.Фәхретдиновтың “Сәлимә, йәки Ғиффәт” (1899), “Әсмә, йәки Ғәмәл вә яза” (1903) повестары, З.Һаҙыйҙың хикәйәләре һәм повестары барлыҡҡа килә. 20 б. башында Б.ә. тәнҡитле реализм методы формалаша башлай. Ижт. нигеҙҙәрҙең ныҡлы түгеллеге торған һайын асығыраҡ күренә; шәхес яҙмышы ғына түгел, тотош йәмғиәттең яҙмышы ла художестволы өйрәнеүгә мохтаж булған ҡырҡыу проблема итеп ҡарала. “Урал” гәз. һәм “Ҡарсыға”, “Сүкеш” сатирик ж. биттәрендә революцион шиғырҙар һәм публицистик әҫәрҙәр баҫыла. Был дәүерҙә Ш.Бабич, Ф.Вәлиев, М.Ғафури, Ғ.Ғүмәрский, Ә.С.Иҫәнбирҙин, Я.Ғ.Йомаев, Б.Ғ.Мирзанов, Ғ.Х.Ниязбаев, Ғ.Рафиҡи, Ф.М.Сөләймәнов, Һ.Сәғҙи, Ә.Й.Таңғатаров, Ф.К.Туйкин, С.С.Яҡшығоловтар әүҙем эшләй. Әҫәрҙәрендә улар башҡ. халҡының тарихи үткәненә мөрәжәғәт итә, уның ауыр хәле т‑да уйланып, халыҡты үҙ хоҡуғы өсөн әүҙем көрәшкә саҡыра.

Октябрь революцияһынан һуң Б.ә. ике идея‑художестволы йүнәлеш алға сыға: башҡ. автономияһы, милли мәҙәниәттең үҙ аллы үҫеше идеяларын алға һөрөүсе милли-патриотик (Ш.Бабич, Х.Ғ.Ғәбитов, Сөләймәнов һ.б.) һәм большевиктарҙың ҡараштарын уртаҡлашыусы революцион-демократик (С.Ҡудаш, А.М.Таһиров, Ш.Хоҙайбирҙин, Д.Юлтый һ.б.). Был йылдарҙа Ш.Бабич етәкс. милли-патриотик йүнәлешле “Тулҡын” йәштәр әҙәби ойошмаһы эшләй, ул 1920 й. Башҡорт хөкүмәте таратылғандан һуң тарҡала. Граждандар һуғышы осоронда әҙәби көстәр “Башҡортостан хәбәрҙәре”, “Ҡыҙыл ҡурай”, “Ҡыҙыл юл”, “Ҡыҙыл батыр” һ.б. большевистик гәз. тирәһендә берләшә, унда М.Ғафури, Таһиров, Д.Юлтый, йәш шағирҙар Ғ.Ғүмәр, Б.Ишемғол, Шамун Фидаи, Ярлы Кәрим һ.б. әҫ. баҫыла. Шағирҙарҙың әҫәрҙәрендә революцион пафос, яңы тормош төҙөү мотивтары, героик тематика өҫтөнлөк итә. Йыр, мәҫәл, памфлет, шиғри мөрәжәғәт, шиғыр‑агитка, эпиграмма кеүек жанрҙар киң тарала. Прозала, нигеҙҙә, публицистик характерҙағы нәҫер, очерк, хикәйә, һүрәтләмә кеүек бәләкәй күләмле жанрҙар үҫеш ала. Драматургияның аяҡҡа баҫыуы 1919 й. аҙ. Башҡорт драма театры асылыу м‑н бәйле. Уның репертуарына М.А.Буранғолов, Х.К.Ибраһимов, Ниязбаев, Д.Юлтый пьесалары инә. Д.Юлтыйҙың “Ҡарағол” (1920) драмаһы, Ибраһимовтың “Башмағым” комедияһы ҙур популярлыҡ яулай. Ил тормошондағы ижт. үҙгәрештәр, пролетар массаларҙың уй-фекерҙәре һәм хис‑тойғолары Д.Юлтыйҙың “Ҡомартҡыларым” (1924), М.Ғафуриҙың “Ҡыҙыл тәлгәштәр” (1925), Т.Йәнәбиҙең “Эш сыуағы” (1926), С.Ҡудаштың “Һабан йырҙары” (1926) китаптарында сағылыш таба. “Белем”, “Яңы юл” (1923), “Яңылыҡ” (1927), “Сәсән” (1927), “Октябрь” (ҡара: “Ағиҙел”) әҙәби ж. нәшер ителә башлай, уларҙа С.Агиш, Ғ.Амантай, Б.Вәлид, А.Карнай, Ғ.Хәйри әҫ. баҫыла. 20‑се йй. Б.ә. ҡырҡыу идея‑эстетик көрәштә үҫешә һәм формалаша. Төрлө ижади йүнәлештәр, стилдәр барлыҡҡа килә: поэзияла абстрактлылыҡ һәм риториклыҡ, прозала натурализм, драматургияла экспрессионизм һәм конструктивизм. Башҡ. халҡының ауыр үткәнен һәм уның яҡты киләсәк өсөн көрәшен һүрәтләгән М.Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр” (1926), “Тормош баҫҡыстары” (1928); Таһировтың “Беренсе көндәр” (1929), “Ташҡын даръя тармағында” (1928) повестары донъя күрә. И.Насыриҙың романтизм рухы м‑н һуғарылған хикәйәләре, нәҫерҙәре, “Гөлдәр” (1927), “Һөжүм” (1930) повестары һ.б. ижад ителә. Ғ.Хәйриҙең “Боролош” (192528, 1967 й. баҫыла) романы Беренсе донъя һуғышынан алып 20‑се йй. уртаһына тиклемге осорҙо үҙ эсенә ала һәм башҡ. халҡы тормошондағы киҫкен ижт. үҙгәрештәрҙе һүрәтләй. Башҡ. драма театры сәхнәһендә яңы пьесалар М.Ғафуриҙың “Ҡыҙыл йондоҙ” (1926), Таһировтың “Күсеү осоронда” (1926), Д.Юлтыйҙың “Тирмәндә” (1926) спектаклдәре ҡуйыла. Тәүге яҙыусылар ойошмалары барлыҡҡа килә. 1923 й. Өфөлә Башҡортостан шағирҙары берекмәһе ойошторола. Респ. Журналистар бюроһы эргәһендә яҙыусыларҙың ижади секцияһы эшләй. 1928 й. был ике ойошма Башҡортостан пролетар яҙыусылар ассоциацияһына берләшә. 1934 й. уның нигеҙендә БАССР Яҙыусылар союзы ойошторола.

30‑сы йй. 1‑се яртыһы Б.ә. күтәрелеш осоро була. Был йылдарҙа поэзия, проза, драматургия жанрҙары әүҙем үҫешә. 20‑се йй. уҡ билдәлелек алған әҙиптәр (М.Ғафури, Ғ.Д.Дәүләтшин, Б.Ишемғол, Т.Йәнәби, С.Ҡудаш, Таһиров, Ғ.Хәйри, Д.Юлтый) уңышлы эшләүен дауам итә. Әҙәбиәткә һүҙ оҫталарының яңы быуыны килә: Ҡ.Даян, Һ.Л.Дәүләтшина, С.Кулибай, М.Кәрим, К.Мәргән, М.Харис. Әммә тоталитар режимдың нығыныуы шарттарында яҙыусылар ижад итеү азатлығынан, үҙ фекерен белдереү хоҡуғынан мәхрүм була. Мәжбүри рәүештә социалистик реализм индерелә. Синфи көрәш, яңы тормошто маҡтау, партияны һәм уның юлбашсыларын данлау күп әҫәрҙәрҙең нигеҙен тәшкил итә. Был осор шиғриәтенең төп тематикаһы — тормошто соц. үҙгәртеп ҡороу: Б.Ишемғолдоң “Тракторсы Айһылыу” (1933), Ғ.Ғүмәрҙең “Ишембай” (1934), Ғ.Сәләмдең “Өс йыр” (1935), Б.Бикбайҙың “Ер” (1936), Р.Ниғмәтиҙең “Йәмле Ағиҙел буйҙары” (1939), Х.Кәримдең “Ауыл” (1940) поэмалары һ.б. Драматургтар, яңының иҫкене еңеүен һүрәтләп, уны кешеләрҙең рухи‑әхлаҡи камиллашыуы м‑н бәйләй: С.М.Мифтаховтың “Һаҡмар” (1932), “Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт” (1939), “Ялан ҡыҙы” (1939) драмалары; Таһиров, Н.Ҡ.Ҡәрипов пьесалары һ.б. Прозала роман әүҙем үҫешә. 30‑сы йй. романдарындағы ваҡиғалар Беренсе донъя һуғышы һәм Граждандар һуғышы осоронда бара. Образдар тыуҙырыуҙың төп принцибы — синфи күҙлектән, коммунистик партиялылыҡ позицияһынан “тормошсан”, ҡайһы берҙә образды хатта документаль итеп һүрәтләү. Таһировтың “Һалдаттар” (1933), “Ҡыҙылгвардеецтар” (1936), “Ҡыҙылармеецтар” (1962); Д.Юлтыйҙың “Ҡан” (1934); И.Насыриҙың “Күҙәй” (1936) романдарына сюжеттың эпик киңлеге һәм характерҙарҙы динамикалы һүрәтләү хас. Әҫәрҙәрҙә заман геройы, ижт. ғәҙеллек өсөн көрәшсе сағыу кәүҙәләнеш ала. Ләкин алғы планға тик ижт.‑синфи акценттарҙы ғына сығарыу художестволы образдарҙы ярлыландыра, айырып торорҙай билдәләрҙе, милли ерлекте юҡҡа сығара, вульгар социологизм, реаль ысынбарлыҡты һүрәтләүҙә бер яҡлылыҡ тенденцияларының көсәйеүенә килтерә.

30‑сы йй. аҙ. — 40‑сы йй. башы тотош йәмғиәт өсөн дә, Б.ә. өсөн дә юғалтыуҙар осоро була. 1937—38 йй. күп яҙыусылар (Ғ.Амантай, Дәүләтшин, Б.Ишемғол, Т.Йәнәби, И.Насыри, Таһиров, Д.Юлтый һ.б.) сәйәси репрессияға дусар ителә. Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәренән күп яҙыусылар фронтҡа китә. М.Ғ.Абдуллин, А.Карнай, Х.Ҡунаҡбай, Ҡәрипов, Мифтахов, Б.Моҡамай, М.Харис, М.Хәй һ.б. батырҙарса һәләк була. Һуғыш әҫәрҙәрҙең тематикаһын тамырҙан үҙгәртә. Һалдаттарҙың фронттағы батырлығы, тылдағы фиҙаҡәр хеҙмәт, Тыуған илгә һөйөү — ул йылдарҙағы әҙәбиәттең төп темалары. Һуғыш йылдары прозаһы хикәйә, очерк, новелла кеүек бәләкәй һәм уртаса күләмле жанрҙарҙан тора. Көрәшеүсе халыҡ үҙәк образға әүерелә: С.Агиштың “Атлы Илмырҙа”; Ҡ.Даяндың “Байғужа Сәйетғәлин”; Б.Димдең “Политрук Лавров”, “Настя”; Х.Кәримдең “Ил саҡыра”, “Мөхәббәткә үлем юҡ”, “Сержант Галин”; Ж.Ғ.Кейекбаевтың “Фашист — кеше түгел”, “Дошманға бирелмәҫкә” (бөтәһе лә — 1942), “Зөбәй Үтәғолов” (1943); Ә.Чаныштың “Һалдат” (1944) хикәйәләре. Һуғыш т‑дағы очерктар һәм хикәйәләр циклдарға һәм йыйынтыҡтарға берләштерелә: С.Ҡудаштың “Дон далаларында” (1942); С.Агиштың “Фронтҡа” (1943); К.Мәргәндең “Башҡорттар” (1943), “Егеттәр” (1944) йыйынтыҡтары. Шиғри хат формаһы тарала: “Фронттағы башҡорт егеттәренә башҡорт халҡынан хат” (1943) коллектив поэмаһы; Р.Ниғмәтиҙең “Үлтер, улым, фашисты!” (1942), “Һинең кәләшеңдең хаттары” (1943) поэмалары, М.Кәримдең “Башҡорт халҡына яуап хат” (1943) шиғыры һ.б. Был осор драматургияһы Б.Бикбайҙың “Ҡаһым түрә” (1942), Буранғоловтың “Иҙеүкәй менән Мораҙым” (1943) пьесаларында халыҡтың героик үткәнен һүрәтләгәндә лә, Р.Ниғмәтиҙең “Урман шаулай” (1942), Б.Бикбайҙың “Бер туғандар” (1944), К.Мәргәндең һәм В.С.Кедровтың “Яу” (1944) пьесаларында заманды кәүҙәләндергәндә лә 20— 30‑сы йй. традицияларын дауам итә.

50‑се йй. башҡ. әҙәбиәте үҫешендә яңы осор башлана. Яҙыусылар сафын И.Ә.Абдуллин, Ш.Бикҡол, Ә.Һ.Бикчәнтәев, Х.Ғиләжев, М.Ғәли, Д.Исламов, Я.Ҡолмой, Н.Нәжми, Ғ.Й.Рамазанов кеүек фронтовиктар тулыландыра. Улар әҙәбиәткә һуғыш утында янған- көйгән юлдар ғына түгел, донъяға яңы ҡараш та алып килә. Лирик герой сағыштырғыһыҙ ҙур үҫеш кисерә, ул бөйөк патриотик хистәргә эйә, ш. уҡ ваҡытта бөтөн кешелек алдында яуаплылыҡ тоя. Был осорҙа әҙәбиәттә йәш шағирҙарҙың тотош быуыны үҫеп сыға: Р.Й.Ғарипов, А.Игебаев, М.Н.Кәримов, Р.Ә. Сафин һ.б. Респ. сәнәғәттең үҫеше эшсе синыф т‑да әҫәрҙәр ижад итеүгә этәргес бирә. БАДТ сәхнәһендә Бикчәнтәев һәм Р.Х.Хәйруллиндың “Сәғиҙә” (1948), И.Ә.Абдуллиндың “Тәрән һулыш” (1949), К.Мәргәндең “Ҡала иртәһе” (1950) пьесалары ҡуйыла. Был тема К.Мәргәндең “Нарыштау итәгендә” (1950), Бикчәнтәевтың “Ҡарасәй юлы” (1954), Б.Бикбайҙың “Аҡселән ташҡанда” (1955) романдарында асыла. Рев‑ция һәм рев‑циянан һуңғы осор ваҡиғаларын яңыса баһаларға ынтылған әҫәрҙәр барлыҡҡа килә: ер кешеһенең драматик яҙмышы т‑да С.Агиштың “Нигеҙ” (1951); рев‑циянан һуңғы башҡ. интеллигенцияһының тәүге быуыны т‑да Ә.Вәлиҙең “Беренсе аҙымдар” (1952) романдары. Д.Исламовтың “Ҡыҙҙар” (1954), Ғ.Ғүмәрҙең “Тулҡын өҫтөндәге ҡала” (1954) повестары; М.Кәримдең “Туй дауам итә” (1947), И.Ә.Абдуллиндың “Беҙ айырылышмабыҙ” (1949), “Бажалар” (1954); Н.Нәжмиҙең “Яҙғы йыр” (1961) пьесалары һуғыштан һуңғы осорҙо оптимистик рухта һүрәтләй. Дәүләтшинаның эҙәрлекләү шарттарында ижад ителгән “Ырғыҙ” (1957) романының баҫылыуы Б.ә. ҙур ваҡиға була. Б.ә. тәүге трилогия — дәүерҙәр һынылышында башҡ. халҡы тормошоноң сағыу күренештәрен һәм яңы осор ҡатын-ҡыҙы образын тасуирлаған З.А.Биишеваның “Яҡтыға” (1959— 70) трилогияһы баҫылып сығыуы 60‑сы йй. Б.ә. үҫешендә яңы баҫҡыс була. Был осорҙа ысынбарлыҡ күренештәрен яңыса аңлау М.Кәрим ижадына хас. “Яңғыҙ ҡайын” (1950) һәм “Йырланмаған йыр” (1961) драмаларында автор көнүҙәк ижт. проблемаларҙы һәм улар м‑н бәйле шәхес тарҡалыуы ише әхлаҡ мәсьәләләрен күтәрә. Д.Исламовтың “Йомарт ер” (1959), Х.Ғиләжевтең “Погонһыҙ һалдаттар” (1965), Ш.М.Янбаевтың “Зәңгәр сатыр” (1976), Ф.Ә.Иҫәнғоловтың “Алтынбикә” (1960) һәм “Аҡҡошом минең” (1964), Н.С.Мусиндың “Ауылым юлы” (1963) һәм “Ер биҙәге” (1967), Р.Ғ.Низамовтың “Кейәү” (1968) һәм “Пароход тауыштары” (1976), Й.Ә.Солтановтың “Таң нурҙары” (1971), Ә.Хәкимдең “Гөлбикә” (1973) һәм “Йәйғор” (1973), Ф.А.Әсәновтың “Ҡалды уттары ғына” (1981) әҫ., ш. уҡ Т.Х.Ғарипова, Н.Ғәйетбай, С.Н.Шәрипов, М.Ямалетдин һ.б. ижадында психологик анализды тәрәнәйтеүгә ынтылыш, әхлаҡ проблемаларына иғтибар сағылдырыла. Очерк жанры популярлаша, был роман‑очерктар ижад ителеүенә килтерә: Ә.Вәлиҙең “Май ямғыры” (1958), “Гөлйемеш сәскәһе” (1963); Бикчәнтәевтың “Ожмах вәғәҙә итмәйем” (1963), Мусиндың “Өҙәрем юл кешеләре” (1970); Я.Н.Вәлиевтең “Бөркөттәр оя ташламай” (1972); Ә.А.Байрамовтың “Сынығыу йылдары” (1972); Т.Б.Сәғитовтың “Һабантуй” (1980); Янбаевтың “Беүә буйҡайҙары һары тал” (1987) романдары.

60—80-се йй. әҙәбиәтендә традицион темалар м‑н бер рәттән экология проблемалары, фән һәм техника ҡаҙаныштары сағылыш таба. Геройҙар даирәһе киңәйә, шуның м‑н бергә ижт. йәһәттән әүҙем геройға, замандаш характерын тәрәндән асыуға йүнәлгәнлек көсәйә. Жанр формалары төрләнә. 1970 й. Б.ә. тәүге сатирик роман — А.Ш.Ғирфановтың “Дан туртаһы” әҫ. баҫылып сыға. М.Кәримдең “Ай тотолған төндә” пьесаһы беренсе башҡ. трагедияһы була. “Салауат. Өн аралаш ете төш” (1971) һәм “Ташлама утты, Прометей!” (1975) трагедиялары м‑н бергә ул кешенең йәшәү мәғәнәһен табыуға ынтылышы нигеҙендә берләшкән үҙенсәлекле трилогияны хасил итә. Н.Асанбаевтың “Рәйсә” (1957), “Ҡыҙыл паша” (1982); Ә.М.Мирзаһитовтың “Әсәйемдең сал сәстәре” (1960), “Әсәләр көтәләр улдарын” (1975); И.Ә.Абдуллиндың “Йөрәк менән шаярмайҙар” (1962), “Тиле йәшлек” (1972); Сафиндың “Йәнбикә” (1973); А.Х.Абдуллиндың “Ун өсөнсө председатель” (1979) драмалары психологик анализ тәрәнлеге м‑н айырылып тора. 1970‑се йй. әҙәбиәтенә Ҡ.Аралбай, Аҫылғужа, Р.Т.Бикбаев, Ф.М.Бүләков, М.Х.Иҙелбаев, Т.Й.Йосопов, Р.Камал, Т.Ә.Килмөхәмәтов, И.Л.Кинйәбулатов, Р.Ф.Мифтахов, Х.Назар, Р.С.Назаров, Б.Ноғоманов, Р.Тойғон, Р.Шәкүр, С.Әлибай, В.И.Әхмәҙиев, Ә.Әхмәт-Хужа һ.б. әҫ. яңы ҡараштар алып килә. Шағирәләр Т.Ғәниева, А.Ш.Йәғәфәрова, К.К.Кинйәбулатова, Т.Ҡарамыш, Ф.А.Рәхимғолова, Ә.А.Таһирова, Ф.Х.Туғыҙбаева, Р.М.Хисаметдинова, Г.Юнысованың ижады нескә лиризм м‑н һуғарылған. Проза үҫеше башҡ. халҡының Октябрь рев‑цияһы йылдарындағы тормошон һүрәтләгән фундаменталь әҫәрҙәр барлыҡҡа килеүе м‑н билдәләнә. Я.Х.Хамматовтың “Бөртөкләп йыйыла алтын” (1966), “Аҡман-тоҡман” (1971), “Йәшенле йәй” (1975); Иҫәнғоловтың “Арыш башағы” (1970), “Ир- егеткәй менән ат башы” (1973), “Һәйкәлдәр тереләр өсөн” (1975) романдарының барлыҡҡа килеүе Б.ә. трилогия формаһы нығыныуын дәлилләй. В.М.Исхаҡовтың “Бәхтизин” (1974), Ғәли Ғ.Ибраһимовтың “Кинйә” (3 китапта, 1977—2003), Ш.Бикҡолдоң “Әле йәшәйбеҙ икән” (1977), Хамматовтың “Тыуған көн” (1978), Ә.Чаныштың “Саңҡ-саңҡ итә Ирәндек бөркөтө” (1976), И.Ә.Абдуллиндың “Ҡош юлынан барам” (1983) тарихи-биографик романдары донъя күрә. Һуғыш тематикаһын Ә.С.Гәрәевтең “Беҙ диңгеҙгә китәбеҙ” (1973), “Аҡсарлаҡтар һыуға төшә” (1975) һәм А.Ш.Мағазовтың “Шоңҡар юлы” (1975), “Һауаларҙа йондоҙ” (1977) повестар һәм хикәйәләр йыйынтыҡтары дауам итә. Милли һәм көнсығыш традицияларының ҡайтыуы, фольклор поэтикаһын яңыса аңларға ынтылыу күҙәтелә. Шундайҙар иҫәбенә Биишеваның “Тылсымлы ҡурай” (1957) һәм “Зөлхизә” (1981) драмалары; М.Кәримдең “Йылмайыу” (1960), “Сер” (1961) поэмалары һәм “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” (1976) повесы инә, уларҙа төрлө стилдәрҙе синтезлауҙың өр-яңы принцибы сағыла.

80-се йй. Б.ә. бөтә жанрҙар әүҙем үҫешә. Тиҫтәләрсә хикәйәләр йыйынтығы баҫыла: М.С.Бураҡаеваның “Шишмә” (1980), Р.Б.Ғабдрахмановтың “Монар” (1980), Ә.Х.Вәхитовтың “Яҡты күңел” (1981), Р.Н.Байымовтың “Бикле хазина” (1982), М.Т.Ғиләжевтең “Яҙмышҡа үҙең хужа” (1982), Р.Ф.Байбулатовтың “Иң ауыр фән” (1983), Р.Ғ.Солтангәрәевтең “Беҙҙең дуҫ” (1984), Ғирфановтың “Йәшәреү сере” (1984), Р.З.Низамовтың “Батырлыҡ дәресе” (1984), Р.Н.Ханнановтың “Ҡатынға бүләк” (1985), Ә.Чаныштың “Бер йотом һыу” (1986), М.Х.Садиҡованың “Ҡотлау хаты” (1987), Кәримовтың “Ялған һуҡмаҡ” (1987), Ғарипованың “Күгәрсен йыры” (1987), Гәрәевтең “Боролмала” (1988) йыйынтыҡтары һ.б. Ысынбарлыҡты һүрәтләүҙең художестволы формаларының төрлөлөгө әҫәр‑сериалдарҙы барлыҡҡа килтерә: Ғәли Ғ.Ибраһимовтың “Умырзая” (1968) һәм “Ай битен йыуғанда” (1972) романдарынан торған дилогияһы коллективлаштырыуҙан башлап бөгөнгө көндәргә тиклемге ваҡыт арауығын үҙ эсенә ала; Мусиндың “Зәңгәртауҙа — аҡ болан” (1980), “Яҙғы ташҡындар алдынан” (1985), “Таң менән сыҡ юлдарға” (1988) романдарынан торған трилогияһы хәҙ. йәмғиәттең әхлаҡ һәм экология мәсьәләләрен күтәрә. Б.В. һуғышының фажиғәле биттәрен һүрәтләгән әҫәрҙәр донъя күрә: Д.Исламовтың “Мәскәү юлы” (1968), И.Ә.Абдуллиндың “Ҡояш байымай ҙа байымай” (1995) роман-эпопеялары, М.Кәримдең “Ярлыҡау” (1986) повесы. Милли әҙәбиәт ғилеме һәм әҙәби тәнҡит үҫешендә күтәрелеш күҙәтелә. Тәүге тапҡыр күп томлы “Башҡорт халыҡ ижады” һәм “Башҡорт халыҡ ижады” (урыҫ телендә) йыйынтыҡтары, “Башҡорт әҙәбиәте тарихы” коллектив хеҙмәте (6 томда, 1990—1996) баҫылып сыға; Байымов, Бикбаев, Вәхитов, М.Ф.Ғәйнуллин, Килмөхәмәтов, М.Х.Минһажетдинов, З.Ә.Нурғәлин, Р.К.Әмиров, Р.Б.Әхмәҙиевтең проза, поэзия һәм драматургия т‑дағы монографиялары нәшер ителә. Әҙәбиәт теорияһы мәсьәләләре өҫтөндә эш бара (К.Ә.Әхмәтйәнов), башҡ. халҡының әҙәби мираҫы өйрәнелә (С.Ә.Галин, Ғ.С.Ҡунафин, Ә.И.Харисов, Ғ.Б.Хөсәйенов һ.б.).

80—90‑сы йй. Б.ә. жанр формалары һәм стилдәренең артабан камиллашыуы күҙәтелә. Донъяға ғилми- художестволы ҡараш нығыныу, совет осорондағы Б.ә. хас булған догмаларҙан, идеологик клишеларҙан ҡотолоу процесы бара. К.Мәргәндең “Бөркөт ҡанаты” (4 китапта, 1981— 1985), Ә.Хәкимдең “Һауыр ҡумта” (1982), “Думбыра сыңы” (1984); Хамматовтың “Төньяҡ амурҙары” (2 китапта, 1983—1985); Б.З.Рафиҡовтың “Ҡараһаҡал” (1989), “Ахырызаман көткәндә” (1993); Хөсәйеновтың “Ҡанлы илле биш” (1996); Мусиндың “Шунда ята батыр һөйәге” (2000) тарихи романдары донъя күрә. Иҫәнғоловтың “Сыуаҡ көндәр” (1986), Солтангәрәевтең “Беҙ йәшәгән ер” (1989), Д.М.Бүләковтың “Килмешәк” (1989), Байымовтың “Яуап бирер көн” (1989), Солтановтың “Ерем, кешеләрем” (1996), Ғарипованың “Бөйрәкәй” (1997—2004) романдары коллективлаштырыуҙың кире яҡтарын, тәбиғәт байлыҡтарына вәхшиҙәрсә мөнәсәбәт, шәхестең әхлаҡи тарҡалыуы мәсьәләләрен сағылдыра. СССР тарҡалыу, милли хәрәкәт яңырыу тулҡынында Октябрь рев‑цияһы, Граждандар һуғышы, 1930-сы йй. ваҡиғалары, шәхес культы эҙемтәләре Хәкимовтың “Өйөрмә” (1990), “Дауылдан ҡотолоу юҡ” (1994), “Каруан” (1997); Ғ.А.Хисамовтың “Тамып та ғына ҡала ҡандары” (1992), “Тәфтиләү” (1996); М.А.Хәйҙәровтың “Китмәҫ өсөн килдем” (1994); Байымовтың “Сыбар шоңҡар” (1997) һ.б. әҫ. бөтөнләй икенсе яңғыраш ала. 90‑сы йй. аҙ. — 2000-се йй. башы әҙәбиәте, материалды биреүҙең төрлө формаларын һәм ысулдарын файҙаланып, яңы темаларҙы яҡтырта, ысынбарлыҡты тәрән сағылдырыуға, киҫкен тормошсан конфликттарҙы анализлауға ынтыла. Кеше шәхесе үҫеү, халыҡтар дуҫлығы, кеше яҙмышы м‑н халыҡ яҙмышының бәйләнгәнлеге, гражданлыҡ яуаплылығын арттырыу кеүек мәсьәләләр көнүҙәк булып ҡала. Б.ә. киҫкен ижт. проблемаларҙы асыҡтан-асыҡ публицистик формала күтәргән, шиғыр төҙөлөшө өлкәһендә (лексиканы киңәйтеү, ритмиканың күп төрлөлөгө, рифмаларҙы байытыу) әүҙем эҙләнгән шағирҙар төркөмө килә. Шиғыр төҙөлөшөнөң оригиналь формалары һәм ысулдары Ғ.Ғ.Ишкинин, Р.Түләк, Ә.Үтәбай, А.Р.Юлдашбаев ижадына хас. Эпик башланғыстың үҫеше, ижт. донъяға ҡыҙыҡһыныуҙың көсәйеүе Ғ.Ғ.Зарипов, Р.Йәнбәк, Р.ҠолДәүләт, Д.М.Шәрәфетдинов, С.Н.Әбүзәров, Х.Х.Юлдашевтың ижадын айырып тора. Лирик геройҙың эске донъяһына иғтибар, ихласлыҡ шағирәләр Т.С.Дәүләтбирҙина, Й.С.Ильясова, Т.Искәндәриә, Г.М.Ҡотоева, З.М.Ханнанова ижадына хас. Прозала хәҙ. заман темаларын (нигеҙҙә, психологик һәм мораль аспекттарҙа) Ф.Ф.Аҡбулатова, Г.М.Ғиззәтуллина, Х.Н.Тапаҡов, Р.Р.Ураҙғолов аса. Балалар әҙәбиәте үҫешә. Хәҙ. Б.ә., ижт. аңдың һәм рухи мәҙәниәттең бер төрө булараҡ, башҡ. халҡының тормош йылъяҙмаһын яҙыуын дауам итә.

Әҙәб.: Хөсәйенов Ғ.Б. Әҙәбиәт теорияһы. Өфө, 2010.

Р.Н.Байымов, Ғ.Б.Хөсәйенов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 20.04.2023