Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАЛАЛАР КИТАПХАНАҺЫ

Просмотров: 980

БАЛАЛАР КИТАПХАНАҺЫ, Милли китапхана филиалы (1988). Өфөлә урынлашҡан. 1957 й. 11-се ҡала балалар китапханаһы нигеҙендә Респ. балалар китапханаһы булараҡ ойошторола. Фондында 190 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. 170 мең китап, 3,5 мең аудио‑ һәм видеоматериал; 200‑ҙән ашыу төр ваҡытлы матбуғат баҫмаһы (2010). Фонд балаларҙың йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып туплана. Йылына 10 меңдән ашыу уҡыусыны хеҙмәтләндерә. Методик һәм библиографик әсбаптар нәшер итә. Китапхана дәрестәре, яҙыусылар м‑н осрашыуҙар, ғаилә м‑н ял итеү көндәре, түңәрәк өҫтәлдәр, әҙәби иртәлектәр һәм кисәләр, “Мин яңы Башҡортостан гражданы”, “Белем донъяһына”, “Уҡыусы ғаилә”, “Матурлыҡ аша изгелек” тигән маҡсатлы программалар б‑са ролле уйындар, ш. уҡ респ. балалар ижады конкурстары һәм наркотиктарға ҡаршы акциялар үткәрә. Б.к. м‑н БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре Е.А.Ғиззәтуллина, БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре Г.А.Евдищенко һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

С.Р.Бишева

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: