Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПРОФСОЮЗ КИТАПХАНАЛАРЫ

Просмотров: 951

ПРОФСОЮЗ КИТАПХАНАЛАРЫ, пр‑тиеларҙа йәки ведомстволарҙың мәҙәниәт һарайҙарында, йорттарында һәм клубтарында булған китапханаларҙы үҙ эсенә ала. Башҡортостанда тәүге П.к. 1905—07 йй. Ҡытаутамаҡ заводында барлыҡҡа килә. Респ. 1923 й. — 46 (дөйөм китап фонды — 36 мең һаҡлау берәмеге), 1940 й. — 99 (68 мең һаҡлау берәмеге), 1986 й. 260 (яҡынса 5 млн һаҡлау берәмеге) П.к. эшләй, китап уҡыусыларҙың дөйөм һаны яҡынса 450 мең кеше була. 1975—80 йй. П.к. 16 үҙәкләштерелгән китапхана системаһына берләштерелә, улар 90‑сы йй. башында тарҡатыла. Респ. 11 П.к. иҫәпләнә (500 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге), китап уҡыусылар һаны — яҡынса 25 мең кеше (2012).

Иң эре П.к.: БР Профсоюздар федерацияһының республика китапханаһы. 1959 й. Өфөлә Башҡ‑н өлкә профсоюздар советының берләштерелгән китапханаһы булараҡ асыла, 1992 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә. 1975 й. 40 филиалды берләштерә: “Октябрь баҫымы” типографияһы (ҡара: Өфө полиграфкомбинаты), өлкә гәзиттәре, Бөтә Рәсәй театр йәмғиәтенең Башҡ‑н бүлексәһе (ҡара: Театр эшмәкәрҙәре союзы), Дәүләт банкыһы (ҡара: Һаҡлыҡ банкыһы), Өфө сәнәғәт-сауҙа тегеү фирмаһы, “Мир” фирмаһы һ.б. китапханалары; 1990 й. — 34 филиал. Респ. П.к. өсөн методик һәм библиографик үҙәк функцияларын үтәй. Фондта 70 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге була (2013). Йыл һайын 1 меңдән ашыу китап уҡыусыны хеҙмәтләндерә. Китапхана м‑н БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре С.Й.Мәһәҙиева һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Белорет металлургия комбинаты китапханаһы, 1915 й. Белорет заводы идаралығы коллективы аҡсаһына асыла. 1977 й. китапхана ҡала производствоһының төрлө тармағындағы 17 П.к. берләштереп, уларҙың методик үҙәгенә әйләнә. Фондта 114 мең һаҡлау берәмеге иҫәпләнә (2003). Китапхана м‑н БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре А.Ф. Климовцева һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. 2003 й. Белорет ҡ. муниц. милкенә күсерелә.

Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе китапханаһы, 1934 й. “Ударник” (ҡара: Калинин М.И. исемендәге мәҙәниәт йорто) клубы эргәһендә асыла. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фонды эвакуацияланған заводтарҙың китапханалары иҫәбенә арта (ҡара: Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе). Фондта — 220 мең һаҡлау берәмеге (2003). Китапхана м‑н РСФСР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре Р.С.Чернова һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. Фонд 2009 й. таратыла. Китаптарҙың бер өлөшө “ӨМЭПБ” ААЙ‑ның күсмә фондтарына, балалар һауыҡтырыу учреждениеларына, Өфө вуздарына бирелә.

Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводы китапханаһы, 1945 й. булдырыла. Фондтың нигеҙен инженер И.Шкловскийҙың шәхси китапханаһы тәшкил итә (200 китап). Фондта — 24 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге (2003). Фонд 2010 й. таратыла. Стәрлетамаҡ ҡ. уҡыу йорттарына бирелә.

“Газпром нефтехим Салават” ААЙ китапханаһы, 1951 й. асыла. 1976 й. респ. тәүгеләрҙән булып китапхана системаларын үҙәкләштереү б‑са экспериментҡа ҡушыла, ҡаланың 9 П.к. берләштерә. Фондта — 465 мең һаҡлау берәмеге (2003). Китапхана м‑н БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре З.Ғ.Боғҙанова һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. Фонд 2012 й. таратыла. Муниц. милеккә күсерелә.

“Сода” ААЙ китапханаһы, 1952 й. Стәрлетамаҡ ҡ. асыла. Фондта 65 мең һаҡлау берәмеге була (2013). Йыл һайын 3 меңдән ашыу уҡыусыны хеҙмәтләндерә.

Башҡортостан нефтехимия компанияһы китапханаһы, 1999 й. Өфө нефть эшкәртеү пр‑тиеларының: Өфө нефть эшкәртеү заводының, Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводының, “Уфанефтехим”, “Уфаоргсинтез” ААЙ‑ларының китапханалары ҡушылыуы һөҙөмтәһендә ойошторола. Фондта — яҡынса 150 мең һаҡлау берәмеге була (2003). Китап фонды 2011 й. таратыла.

З.Ғ.Исмәғилева

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: