Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АБЫҘ

Просмотров: 874

АБЫҘ (фарс. хафиз — халыҡ йырсыһы һәм йыраусыһы), йәмәғәт эшмәкәре, Ҡөрьән белгесе. А. ислам таралған осорҙа барлыҡҡа килә, башҡорттарҙа 12 б. алып билдәле. Аҡһаҡалдар, батырҙар, сәсәндәр м‑н бер рәттән А. халыҡтың ижт.‑сәйәси тормошонда ҙур роль уйнаған. Батырша, Килмәк Нурышев, Бәпәнәй Төрөпбирҙин, Кинйә Арыҫланов һ.б. А. башҡорт ихтилалдарының (17—18 бб.) идеологтары һәм етәкселәре була. А. дипломатик сараларҙа ҡатнаша, адм. эшмәкәрлек м‑н шөғөлләнә (Абдулла Йосопов, Арыҫлан Бикмәтов, Хафизгилде Ҡудашев һ.б.). 18 б. аҙ. А. ин‑ты үҙенең ижт.-сәйәси мәғәнәһен юғалта. Хәҙ. башҡорт телендә А. тип абруйлы кешегә (ғәҙәттә өлкән йәштәге) ҡарата әйтелә.

Әҙәб.: Хөсәйенов Ғ.Б. Башҡорт халҡының рухи донъяһы. Өфө, 2003.

Ғ.Б.Хөсәйенов

Тәрж. Р.Р.Мәһәҙиева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019