Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВӘЛИНУРОВ Ринат Ғаян улы

Просмотров: 1116

ВӘЛИНУРОВ Ринат Ғаян улы (27.5. 1952, БАССР‑ҙың Асҡын р‑ны Асҡын а.), психиатр. Мед. ф. д‑ры (1999), проф. (2000). РФ‑тың (1995) һәм БАССР-ҙың (1989) атҡ. табибы, СССР- ҙың (1988), РФ‑тың (2007), БР‑ҙың (2009) һаулыҡ һаҡлау отличнигы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1976) 1‑се Респ. психиатрия дауаханаһында эшләй: 1979 й. алып бүлек мөдире, 1980 й. — 2‑се филиал мөдире; 1982 й. башлап БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш табибы, бер үк ваҡытта 1996 й. алып баш психиатры һәм 1997 й. башлап БДМУ‑ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә һәм һәләкәттәрҙә зыян күргәндәргә, ш. уҡ ауыр енәйәттәр ҡылған психик ауырыуҙарға мед.‑психологик һәм психиатрик ярҙам ойоштороу проблемаларына арналған. В. ҡатнашлығында 1‑се Психиатрия дауаханаһында локаль һуғыштарҙа алған йәрәхәттәрҙән һуң стрестан ҡаҡшағандарҙы реабилитациялау өсөн тергеҙеү бүлеге асылған. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. БР психиатрҙары ассоциацияһы президенты (1996 й. алып). БР Дәүләт Йыйылышы— Ҡоролтайҙың 4‑се саҡырылыш депутаты.

 Х е ҙ м.: Семейная психотерапия. Уфа, 2009 (авторҙ.).

 Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019