Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АЛТАЙЫУ, Борай р‑нындағы ауыл, Ҡуҙбай а/с ҡарай

Просмотров: 687

АЛТАЙЫУ, Борай р‑нындағы ауыл, Ҡуҙбай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 16 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 60 км алыҫлыҡта Тере Танып й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 488 кеше; 1920 — 490; 1939 — 496; 1959 — 460; 1989 — 408; 2002 — 375; 2010 — 261 кеше. Удмурттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Ваныш-Алпауыт урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, Р.Ғәлиева ис. район мәҙәниәт йорто филиалы (“Инвожо” удмурт халыҡ вокаль ансамбле), китапхана бар.

Ауылға Уҫы даруғаһы Эске Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә удмурттар керҙәшлек килешеүе б‑са нигеҙ һала, 1757 й. билдәле (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1811 й. нигеҙ һалына). 1865 й. 58 йортта 368 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр.

Ф.Ф.Абазов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ю.Ғәримов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: