Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙӘНЕКӘЕВ Дамир Әхмәт улы

Просмотров: 1373

ЙӘНЕКӘЕВ Дамир Әхмәт улы (1.1.1939, Өфө), патофизиолог. Мед. ф. д‑ры (1988), проф. (1989). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1993), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1985). Дворян Йәнекәевтәр нәҫеленән, С.Ә.Йәнекәеваның ағаһы. БДМИ‑ны тамамлаған (1963), 1965 й. алып шунда уҡ эшләй: 1987 й. башлап патофизиология каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1988—95 йй. дауалау ф‑ты деканы. Фәнни эшмәкәрлеге организмдың экстремаль һәм терминаль хәлдәрендә патофизиологияһын (ш. иҫ. асфиксия, кома, ҡан юғалтыу, ағыуланыу, стресс, травма, шаңҡыу һ.б. м‑н ҡуҙғатылған) өйрәнеүгә, реанимациянан һуңғы осорҙа аллергик һәм иммунологик реактивлыҡ проблемаларына арналған. Й. ҡатнашлығында реанимация һәм ашығыс мед. ярҙамы ысулдары эшләнә һәм дауалау практикаһына индерелә. 900‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт (ш. иҫ. вуздар өсөн 4 дәреслек) һәм 45 уйлап табыу авторы. Патофизиологтарҙың Башҡ‑н төбәк йәмғиәте рәйесе (1987 й. алып).

Хеҙм.: Анафилактический шок и реанимация. Уфа, 2007; Антиоксидантная коррекция отравлений. Уфа, 2009 (авторҙ.); Патофизиология биотравмы. Уфа, 2011.

 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019