Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ГАЗПРОМ ТРАНСГАЗ УФА”

Просмотров: 1192

ГАЗПРОМ ТРАНСГАЗ УФА”, ЯСЙ. БДБ һәм Көнбайыш Европа илдәренә тәбиғи газдарҙы транзит м‑н ташыу, БР ҡулланыусыларын газ м‑н тәьмин итеү, респ. газ транспорты системаһын төҙөү һәм яңыртыу, газ менән тәьмин итеү системаһы объекттарын файҙаланыуҙы тәьмин итеү м‑н шөғөлләнә. Өфөлә урынлашҡан. Составы: Приют (Бәләбәй р‑ны), Стәрлетамаҡ (икеһе лә 1958 й. нигеҙләнгән), Арҡауыл (Салауат р‑ны, 1979), Дүртөйлө (Дүртөйлө р‑ны Мәскәү а., 1979), Урғалы (Балаҡатай р‑ны, 1980), Поляна (Благовещен р‑ны Бедеева Поляна а., 1980), Шаран (Шаран р‑ны Салмалы а., 1980), Ҡырмыҫҡалы (Ҡырмыҫҡалы р‑ны Ульяновка а., 1989), Сибай (1997) магистраль газ торбаларының линия производство идаралыҡтары; матди-техник тәьминәт һәм комплектлаштырыу идаралығы (Өфө р‑ны Дмитриевка а., 1993), технологик элемтә идаралығы (1994), корпоратив һаҡлау хеҙмәте (1998), мед.‑санитария бүлеге (2004), инженер-техник үҙәк, авария-тергеҙеү эштәре идаралығы (икеһе лә 2005 й.). Пр‑тие 4748 км газ торбаһын, 82 газ ҡыуыу агрегатын, 12 компрессор (ҡара: Компрессор станциялары), 148 газ бүлеү, 11 автоматлаштырылған газ тултырыу станцияһын файҙалана; ҡыуылған газдың уртаса йыллыҡ күләме — 100 млрд м3 (2010). 2010 й. 4978 кеше эшләгән.

1953 й. Туймазы —Өфө —Черниковск газ торбаһын файҙаланыу б‑са идаралыҡ булараҡ нигеҙ һалына, 1958 й. алып Өфө магистраль газ торбалары идаралығы, 1974 й. — “Баштрансгаз” ПБ, 1989 й. — дәүләт пр‑тиеһы, 1993 й. — “Газпром” ААЙ составында, 1999 й. хәҙ. статусын ала, 2008 й. башлап хәҙ. исемен йөрөтә. “Г.т.У.” экологик яҡтан таҙа ГТК-10-4 агрегаттарының яныу камералары горелкаларын (1994); Ҡансыра станцияһында (тармаҡта тәүге тапҡыр) технологик процестар м‑н автоматлаштырылған идара итеү системаһын (1992 й. башлап), газ скважиналарын гидратһыҙ файҙаланыу системаһын (1986), “Ресурс‑1” ер аҫты скважиналары ҡорамалдары комплекстарын (1994) эшләй һәм производствоға индерә.

И.Й.Зарипов

Тәрж. Р.Х.Сәғитов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019