Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АРСЕНИЙ (Крылов Алексей Васильевич)

Просмотров: 878

АРСЕНИЙ (донъяуи исеме Крылов Алексей Васильевич; 24.3.1879, Мәскәү губ. Петровский а. — 26.5.1962, Мәскәү), дин әһеле, Өфө һәм Стәрлетамаҡ епискобы (1950—53). Архимандрит (1945). Монахлыҡ ҡабул иткән (1945). Мәскәү дини семинарияһын (1901), Мәскәү коммерция акад. (1912), Мәскәү ун‑тын (1914) тамамлаған. 1901 й. алып сиркәү‑мәхәллә мәктәбе уҡытыусыһы, 1903 й. башлап Мәскәү сиркәүҙәренең береһендә псаломсы, 1915 й. алып Мәскәүҙең финанс һәм юридик учреждениеларында эшләй. 1945 й. башлап Мәскәү патриархияһы епархияларында епископ, 1956 й. ялға китә. Өфө епархияһы етәксеһе вазифаһында, Октябрь революцияһына тиклем хеҙмәт иткән священниктарҙы ылыҡтырып, сиркәү кадрҙарын нығыта, епископ м‑н килешмәйенсә сиркәү советтары ағзаларын ҡайтанан һайлауҙы тыя. Яңы православие ҡорамдарын асыу, иҫкеләрен тергеҙеү м‑н шөғөлләнә, дин таратыу эшмәкәрлеген әүҙемләштерә. Урындағы власть баҫымы аҫтында 1950 й. йөрөп эшләүсе сиркәү хеҙм‑рҙәре ин‑тын (1945 й. индерелгән) бөтөрә һәм диндарҙарҙың Табын Божья Матерь чудотворная иконаһына ғибәҙәт ҡылыуын туҡтата (1951).

Н.П.Зимина, Ю.Н.Сергеев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019