Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ГЕОФИЗПРИБОР”, предприятие

Просмотров: 940

“ГЕОФИЗПРИБОР”. Файҙалы ҡаҙылмалар эҙләү өсөн геофизика приборҙары һәм ҡорамалдары, төҙөлөш‑монтаж конструкциялары һ.б. етештергән. 1950 й. “Башнефть” берекмәһе Стәрлетамаҡ геол. эҙләнеү контораһының геофизика оҫтахана-лаб. нигеҙендә геофизика приборҙары эшләү з-ды булараҡ ойошторола. 1960 й. Өфө агрегат-механика з-ды м-н берләшкәндән һуң, Өфө “Г.” ПБ итеп үҙгәртелә, 1994 й. алып ДУП, 2007 й. ябыла. Пр-тие тарафынан 60‑тан ашыу төр продукцияны (сейсмик ҡабул иткестәр, электростанциялар өсөн нормаға һалыусы үҙгәрткестәр, электромагнит, радио- һәм акустик каротаж геофизика приборҙары һ.б.) ваҡ серия м‑н етештереү үҙләштерелә. Составына механизмдар йыйыу, механик эшкәртеү, гальваник ҡаплау, онтаҡлы ҡаплау цехтары ингән. Инженер‑маркетинг үҙәге булған. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ-тың башҡа төбәктәрендә һатылған. “Г.” скважинала гамма-тығыҙлыҡ-ҡалынлыҡ үлсәгесе өсөн алтын миҙал (Лейпциг ҡ., 1981), продукцияның имиджы һәм сифаты өсөн “Европа аркаһы” халыҡ-ара призы (Мадрид, 1993) м-н бүләкләнгән.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019