Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АРЫҪЛАН, Мәләүез р‑нындағы ауыл

Просмотров: 627

АРЫҪЛАН, Танып, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Арыҫлан а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 14 км алыҫлыҡта Нөгөш й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 275 кеше; 1920 — 372; 1939 — 242; 1959 — 210; 1989 — 131; 2002 — 141; 2010 — 159 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто бар.

Ауылға Стәрлетамаҡ өйәҙе Бошман‑Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Аҡҡол исеме м‑н нигеҙ һала, 1786 й. алып билдәле. Ағиҙел й. уң ярында урынлашҡан була, 18 б. аҙ. башлап — хәҙ. урынында. Шул ваҡытта ауыл А. (Арыҫлан Аҡҡолов исеменән; ҡара: Арыҫлановтар) исемен ала. 1795 й. 16 йортта 91 кеше йәшәгән, 1865 й. 34 йортта — 239 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған; улус идараһы урынлашҡан. 1906 й. ш. уҡ мәсет, мәҙрәсә, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән; улус идараһы урынлашҡан, шөғөлдәре араһында ылаусылыҡ, урман кәсептәре булған. Д.М.Бүләков ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019