Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВӘЛИТОВ Нәжип Хәтмулла улы

Просмотров: 1543

ВӘЛИТОВ Нәжип Хәтмулла улы [15.2.1936, БАССР‑ҙың Топорнин районы Ҡарасайылға а. (БР‑ҙың Кушнаренко районы) — 3.10.2008, Өфө ҡ.], химик-технолог. Химия фәндәре докторы (1978), профессор (1985). СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1981), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1959) “Башнефтепроект” институтының Салауат филиалында эшләй; 1962 й. алып Салауат нефтехимия комбинатының тәжрибә‑тикшеренеүҙәр заводында (1970 й. башлап директор); 1974 й. — “Башнефтехимзаводы” территориаль берекмәһенең начальник урынбаҫары, 1976 й. — баш инженеры; 1987— 2003 йй. БДУ‑ла уҡыта. Фәнни-производство эшмәкәрлеге сәнәғәт катализаторҙарының физик‑химик үҙенсәлектәрен, каталитик реакцияларҙың кинетикаһын һәм механизмын тикшереүгә арналған. В. етәкселегендә нефть яғыулыҡтарын, ш. иҫ. уларҙың юғары калориялы һәм экологик таҙа төрҙәрен, бутил спирттары, синтетик май спирттары, метилэтилкетон, пластификатор, аммиак, техник водород һ.б. етештереүҙең яңы технологиялары эшләнгән һәм етештереүгә индерелгән; республика нефть эшкәртеү заводтарының технологик ҡорамалдары үҙгәртеп ҡоролған. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976), Халыҡтар дуҫлығы (1986) ордендары менән бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Вакуумные колебания при химическом возбуждении атомов, молекул и хаотичность силовых линий электромагнитного и гравитационного поля. Уфа, 1997; Электромагнитные и гравитационные взаимодействия виртуальных диполей, Т‑инвариантность, мгновенность, периодичность равновесных процессов, универсальность изотермически десорбируемых и термодесорбируемых частиц. Уфа, 2002.

Р.Р.Хәбибуллин

Тәрж. А.Н.Күсеев

 

 

Р.Р.Хәбибуллин
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 26.09.2022
Связанные темы рубрикатора: