Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВӘЛИТОВ Раил Бәкер улы

Просмотров: 1487

ВӘЛИТОВ Раил Бәкер улы (18.1. 1940, Бохара ҡ.), химик‑технолог. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1992), техник ф. д‑ры (1973), проф. (1975). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1984), БАССР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1981). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1963) Стәрлетамаҡ синтетик каучук з‑дында эшләй, 1968 й. алып Стәрлетамаҡ химия з‑дының лаб. мөдире, 1973 й. — ӨНИ‑нең органик химия каф. мөдире. 1981 й. башлап Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр ғилми‑тикшеренеү технология ин‑тында: фәнни эштәр б‑са дир. урынбаҫары, 1992 й. алып дир., 2005 й. — баш ғилми хеҙм‑р. Фәнни-производство эшмәкәрлеге нефть углеводородтарының термокаталитик әүерелештәрен өйрәнеүгә, олефиндар алыу технологияһын эшләүгә, биологик актив матдәләрҙе синтезлау, етештереү һәм ҡулланыу проблемаларына арналған. В. етәкс. гербицидтар (ш. иҫ. диоксинһыҙ алынған дихлорфеноксиуксус кислотаһы; уның нигеҙендә дикамба, клопиралид, хлорсульфурон һ.б. ҡушылған ҡатнаш препараттар), фунгицидтар, антгельминт препараттар (ацетомизол, бифен һ.б.), иген культуралары орлоғон инкрустациялау өсөн плёнка барлыҡҡа килтереүсе ҡатнашмалар (актамыр, карботирам) етештереү технологиялары эшләнә; ультратауыш тәьҫирендә химик процестарҙы 5—10 тапҡырға тиҙләткән көпшә рәүешле яңы реакторҙар төҙөлә. 400‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 200 уйлап табыу авторы. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1985).

Х е ҙ м: Производство хлоролефинов. Уфа, 1979 (авторҙ.); Производство ароматических галоидпроизводных. Уфа, 1981 (авторҙ.); Регуляторы роста и урожая. Уфа, 2000 (авторҙ.).

 

Л.И.Чуркина

Тәрж. А.Н.Күсеев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 16.09.2021
Связанные темы рубрикатора:
Шәхестәр:
0