Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВАЛЯВИН Геннадий Георгиевич

Просмотров: 1365

ВАЛЯВИН Геннадий Георгиевич (25.12.1938, БАССР‑ҙың Йылайыр р‑ны Йылайыр а. — 16.10.2017, Өфө), инженер-технолог. Техник ф. д‑ры (1987). БР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1996), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1979). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1966) Нефтехимия эшкәртеү проблемалары ин‑тында: 1976 й. алып лаб. мөдире, 1978—87 йй. һәм 1994 й. башлап бүлек мөдире, 1987—94 йй. дир. урынбаҫары. 2000 й. алып ӨДНТУ‑ла эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге төрлө нефть сеймалының термик әүерелештәре кинетикаһын һәм механизмын, юғары т‑раға еткерелгән нефть системаларының физик-химик механикаһын өйрәнеүгә арналған. В. ҡатнашлығында анизотропик структуралы коксты сәнәғәттә етештереү технологияһы эшләнгән, ул Яңы Өфө һәм Красноводск (Төркмәнстан) НЭЗ‑дарында индерелгән; 21 яйлатып кокслаштырыу ҡоролмаһы төҙөлгән һәм үҙгәртеп ҡоролған (Ангарск, Атырау, Баҡы, Фирғәнә һ.б. ҡалалар), БР һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендәге нефть эшкәртеү з‑дтарында термик крекинг һәм висбрекинг процестары индерелгән. В. етәкс. РФ‑та тәүге тапҡыр нефть эшкәртеү тәрәнлеген 95%‑ҡа еткергән яйлатып кокслаштырыу технологияһы эшләнгән һәм “Уфанефтехим” ААЙ‑нда индерелгән. 350‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 85 уйлап табыу авторы.

Тәрж. А.Н.Күсеев

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: