Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВАРФОЛОМЕЕВ Дмитрий Фёдорович

Просмотров: 1398

ВАРФОЛОМЕЕВ Дмитрий Фёдорович (24.9.1918, Рязань губ. Заболотье а. – 7.5.1992, Өфө), химик-технолог. Техник ф. д‑ры (1975), проф. (1981). РСФСР‑ҙың (1981) һәм БАССР‑ҙың (1967) атҡ. фән һәм техника эшмәкәре, СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1967), СССР‑ҙың почётлы нефтехимигы (1978). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Урал политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1978) Өфө НЭЗ‑ында эшләй (1955 й. алып дир.), 1964 й. алып Нефтехимия производстволары ҒТИ, 1966 й. – КПСС‑тың 22‑се съезы ис. Өфө НЭЗ‑ы, 1977—88 йй. Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ директоры. 1963—64 йй. Алжирҙа нефть эшкәртеү һәм нефтехимия б‑са советник. Фәнни-производство эшмәкәрлеге нефть коксы, төрлө тәғәйенләнешле битумдар алыу, нефть эшкәртеү ҡорамалдарын коррозиянан һаҡлау проблемаларына, катализаторҙар уйлап табыуға бәйле. В. етәкс. КПСС‑тың 22‑се съезы ис. Өфө НЭЗ‑ында респ. тәүге тапҡыр айырым ароматик углеводородтар, синтетик май кислоталары, олеум, алкилфеноллы присадкалар, пиромеллит диангидридын етештереү үҙләштерелә; парафиндарҙы адсорбция ысулы м‑н таҙартыу, ағынты һыуҙарҙы биол. таҙартыу процестары индерелә. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 100 уйлап табыу авторы. Ленин (1971), Окт. Революцияһы (1975), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1959), “Почёт Билдәһе” (1966) орд. м‑н бүләкләнгән. 2006 й. БР ФА тарафынан уның ис. премия булдырылған.

Хеҙм.: Рациональное использование вторичных ресурсов нефтехимии и охрана окружающей среды. Уфа, 1979 (авторҙ.); Висбрекинг нефтяных остатков: темат. обзор. М., 1982 (Серия: Переработка нефти) (авторҙ.); Расширение ресурсов среднедистиллятных топлив и повышение рентабельности процесса коксования: темат. обзор. М., 1985 (Серия: Переработка нефти) (авторҙ.).

Т.П.Андрюшенко

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: