Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВӘХИТОВ Рауил Сәми улы

Просмотров: 1076

ВӘХИТОВ Рауил Сәми улы (26.10. 1929, Үзбәк ССР‑ы Пешку а. — 6.11. 2000, Өфө), физик‑химик. Химия ф. д‑ры (1977), проф. (1978). БАССР- ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1979). Урта Азия ун‑тын тамамлағандан һуң (Ташкент, 1952) Запорожье ҡ. эшләй: Днепровск электрод з‑дында, 1953—55 йй. а.х. машиналары эшләү ин‑тында. 1958 й. алып Чимкент ҡ. Ҡаҙаҡ химия‑технология ин‑тында (1963 й. башлап үҙе ойошторған электрохимик производстволар технологияһы каф. мөдире). 1970 й. алып ӨАИ‑ла (1973 й. — дөйөм химия каф. мөди‑ ре), 1986 й. — БДУ‑ла эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге металдар (баҡыр, никель, цинк) һәм уларҙың фосфор, углерод, көкөрт, бром м‑н иретмәләре электрохимияһы өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә; юғары уҡыу йорттарында химия уҡытыу проблемаларын өйрәнеүгә бәйле. В. тарафынан бинар иретмәләрҙе электр м‑н тондороуҙа ҡулланылған электролиттарҙың оптималь составын һайлап алыуҙың яңы алымдары уйлап табылған; ашалыу һәм тутығыуға тотороҡло, декоратив үҙенсәлекле металл булмаған ҡушылдыҡлы гальваник ҡапламаларҙың яңы технологияһы тәҡдим ителгән. 310‑дан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 7 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Новые силикатные и органические материалы. Алма‑Ата, 1967 (авторҙ.).

 Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: