Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШАРТЛАУСАН МАТДӘЛӘР

Просмотров: 1117

ШАРТЛАУСАН МАТДӘЛӘР, тышҡы тәьҫир аҫтында (бәрелеү, ышҡылыу, йылытыу һ.б.) күп миҡдарҙа йылылыҡ бүлеп сығарған һәм газ хәлендәге продукттар барлыҡҡа килтергән химик реакцияға һәләтле айырым матдәләр йәки ҡатышмалар. Уларға ҡайһы бер ароматик нитроберләшмәләр (тринитротолуол, тринитроксилол), нитраминдар (гексоген, октоген), азот кислотаһы эфирҙары (нитроглицерин, целлюлоза нитраты), органик булмаған к‑таларҙың тоҙҙары (аммоний нитраты, шартлағыс терегөмөш, ҡурғаш азиды) инә. Ҡатышма Ш.м. ике һәм унан күберәк айырым матдәнән (аммониттар, пенто­литтар) йәки окисландырыусы (шыйыҡ кислород, хлораттар, перхлораттар һ.б.) һәм янар матдәнән (дизель яғыулығы, онтаҡ рәүешендәге алюмин, ағас оно һ.б.) тора. Шартлаусанлыҡ үҙсәнлектәре б‑са иницирлаусы (яныу шунда уҡ детонацияға күсә), бризант (аҙ миҡдарҙағы иницирлаусы матдә тәьҫиренән детонация барлыҡҡа килә) Ш.м., дарыларға һәм пиротехник составтарға (яныу детонацияға күсмәй); тәғәйенләнеше б‑са — хәрби һәм сәнәғәт Ш.м. бүленә. Ш.м. төп характеристикалары: тышҡы тәьҫирҙәргә сыҙамлы (шартлаусанлыҡ үҙсәнлектәрен эшкәртеү, күсереү һәм һаҡлау ваҡытында һаҡлап ҡала алыу һәләте) һәм һиҙгер булыу, детонация һәләте, шартлау ҡеүәте һ.б. Һуғыш припастарын сығарыуҙа, төҙөлөштә шартлатыу эштәрен башҡарған ваҡытта һәм тау сәнәғәтендә, металл конструкцияларҙы шартлатып ҡырҡыу өсөн һ.б. ҡулланыла. Башҡортостанда Ш.м. (ситтән килтерелгән коллоксилин нигеҙендә) сәнәғәт күләмендә сығарыу 1943 й. Стәрлетамаҡ дары етештереү з‑дында (ҡара: “Авангард”) башлана. 50‑се йй. пр‑тиела целлюлозаны нитратлашты­рыу ысулы м‑н коллоксилин етештереү технологияһы үҙләштерелә (С.И.Беляев, В.С.Задорожный, В.А.Моратов һ.б.), был сығарылған хәрби һәм сәнәғәт Ш.м. ассортиментын киңәйтә (100‑ҙән ашыу төр дары заряды, ш. иҫ. борсаҡҡа ҡаршы һәм метеорологик системалар өсөн Ш.м.). 90‑сы йй. алып пр‑тиеның фәнни‑техник үҙәге хеҙм‑рҙәре (Ф.М.Ғәзизов, Т.А.Герасимова, В.В.Рудаков һ.б.) тарафынан Ҡазан технологик ун‑ты ғалимдары м‑н берлектә һыуға сыҙамлы яңы сәнәғәт Ш.м. алыу технологияларын эшләү һәм индереү б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә. Гранипорҙар (мәғдән сығарғанда файҙаланыла), диба­зиттар (төрлө климат шарттарында һыуланған тау тоҡомдарын ватыу өсөн), руванолдар (ҙур булмаған тау тоҡомдарын ваҡлау өсөн), руваниттар (аралаш детонаторҙар сифатында ер өҫтө тау эштәрендә ҡулланыу өсөн) сығарыла. Шулай уҡ ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу өсөн зарядтар, эластик кумулятив зарядтар, пиротехник составтар, шашка­детонаторҙар һ.б. етештереү үҙләштерелә. Сәнәғәт Ш.м. Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинатында, “Башнефтегеофизика” АЙ‑нда, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында,“Башнефть” АНК һәм РФ‑тың башҡа төбәктәренең ҡайһы бер пр‑тиеларында (Асбест, Качканар, Междуреченск ҡалалары һ.б.) ҡулланыла.

Ф.М.Ғәзизов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: