Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВИНИЛХЛОРИД

Просмотров: 1245

ВИНИЛХЛОРИД, х л о р л ы в и н и л, х л о р э т и л е н, СН2=СНСl, хлорлы иң ябай этилен углеводороды. Татлы еҫле, төҫһөҙ газ, tиреү —153,8°С, tҡайнау —13,8°С; һауала шартлау концентрацияһы сиктәре күләме б-са 4— 22%. Хлороформда, дихлорэтанда, эфирҙа, һыуҙа (0,25%‑ҡа тиклем) эрей. Галогендар һәм галоген-водородтар м‑н химик бәйләнешкә еңел инә. Канцероген һәм еңелсә наркотик тәьҫиргә эйә; ПДК 30 мг/м3. Поливинилхлорид һәм сополимерҙарҙы синтезлауҙа (винилацетат, винилиденхлорид, акрилонитрил, алкилакрилат һ.б. м‑н) мономер булып тора. Башҡортостанда Стәрлетамаҡ химия з‑дында (ҡара: “Каустик”) 20 б. 60‑сы йй. уртаһында — ацетиленды 180°С т‑рала пар фазаһында катализатор — хлорлы терегөмөш ҡатнашлығында гидрохлорлау (ҡоролма ҡеүәте йылына 41 мең т), 1993 й. — 1,2-дихлорэтанды 80—85°С т‑рала каталитик дегидрохлорлау (йылына 17 мең т), 1997 й. 1,2‑дихлорэтанды яҡынса 500°С т‑рала пиролизлау ысулы (РФ‑та иң күп етештерелә, йылына 135 мең т) м‑н В. етештерелә. Алынған В. күбеһенсә төрлө маркалы суспензиялы поливинилхлорид (йылына 120 мең т тиклем) һәм уның ҡайһы бер сополимерҙарын етештереү өсөн пр‑тиеның үҙендә ҡулланыла. В. етештереү технологияһын камиллаштырыу б‑са тикшеренеүҙәр 70‑се йй. башлап Башҡорт дәүләт университетында (С.В.Колесов, В.П. Малинская, К.С.Минскер һ.б.) алып барыла.

К.С.Минскер

Тәрж. А.Н.Күсеев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: