Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВИТАМИНДАР

Просмотров: 1358

ВИТАМИНДАР (лат. vita — йәшәү), кеше һәм хайуандарҙың йәшәйеше өсөн кәрәкле булған түбән молекуляр органик берләшмәләр. Майҙа (А, D, E, K) һәм һыуҙа (С, Н, В төркөмө һ.б.) эреүсәндәргә бүленәләр. Шулай уҡ витамерҙар — биол. активлығы б‑са оҡшаш бер нисә берләшмә төркөмдәренән торған төрлө В. (мәҫ., А В. витамерҙары — ретинол, ретиналь һәм ретиной к‑таһы), В. оҡшаш матдәләр (Ғ, Р, N, ВТ һ.б.) айырыла. Тетратерпендар, фенол берләшмәләре, нафтохинон сығарылмалары, токоферолдар, аскорбин, никотин, орот, пангам, липой һәм пантотен к‑талары, инозиттар, туйынмаған юғары май к‑талары һ.б. рәүешендә осрайҙар. Башҡортостанда 20 б. 30‑сы йй. уртаһынан Медицина университетында үҫемлектәрҙән алынған В. биохимик һәм физиол. йоғонтоһо тикшерелә. 50‑се йй. витаминлы дарыу үҫемлектәре (И.А.Лерман, Л.М.Сольц, Я.А.Фиалков һ.б.), тайтояҡтың Р-витамин активлығы (З.Я.Лагно, Лерман), балаларҙың һәм бала табыусы ҡатындарҙың ҡан ойошоусанлығына К В. йоғонтоһо (А.М.Агаронов, Г.В.Алипов, В.Г.Голубцов) өйрәнелә; 60—70‑се йй. — сей яра ауырыуы ваҡытында U В. (К.З. Кинйәбулатова, Д.Н.Лазарева, Х.М.Насиров һ.б.), 80—90‑сы йй. — матдәләр алмашыныуына А һәм Е В. (Н.К.Басирова, В.И.Киясова, Ә.Ф.Ҡәйүмова, Н.А.Мофазалова һ.б.), 2000‑се йй. ирҙәрҙең репродуктив системаһына (Р.Э.Хәбиров, Э.Ф.Әһлетдинов), һөйәк туҡымаһына (Э.Р.Бикмәтова, И.Ә. Меньшикова, Л.М.Мостаева) Е, С В., β-каротиндың тәьҫире тикшерелә. Нефтехимия һәм катализ институтында Е В. синтезы ярым продукттары — триметилфенол (Ю.В. Чуркин) һәм изофитол (В.Н.Одиноков) алыуҙың сәнәғәт технологиялары эшләнә. Биология институтында респ. терр‑яһында үҫкән витаминлы үҫемлек төрҙәрен билдәләү б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла. Респ. В. етештереү 40‑сы йй. Өфө витамин заводында башлана: үҫемлектәрҙән алынған С В., ылыҫ эшкәртеү цехтары һ.б. төҙөлә; Бөрө, Ғафури, Дүртөйлө, Кушнаренко һәм Өфө р‑ндарында әлморон емештәрен йыйыу һәм беренсел эшкәртеү б‑са әҙерлек цехтары ойошторола. 60‑сы йй. уртаһында — 70‑се йй. уртаһында яңы йыйып алынған һәм киптерелгән әлморон емештәрен комплекслы эшкәртеү, әлморон емештәре һығынтыһынан һәм монгол сәйе тамырһабағынан Р В. сығарыу технологияһы үҙләштерелә. 90‑сы йй. алып витаминлаштырылған сироптар, ш. уҡ капиллярҙарҙы нығытыусы аскорутин сығарыла. Алоэ, бойҙай бәбәктәре, виноград төштәре, кесерткән, ҡомалаҡ тубырсыҡтары, һырғанаҡ, эхинацея, әлморондан С, Е, К, Р, В төркөмө В. экстракттары “Чародейка” косметика фирмаһында, Өфө НЭЗ‑ында, “Таймаҫ” ЯСЙ‑нда (Өфө) кремдар, шампунь һ.б. синтетик йыуыу саралары етештереүҙә файҙаланыла. 1942—43 йй. — Өфө витамин з‑дында Украина ССР‑ы ФА ғалимдары (А.А.Богомолец, А.В.Палладин һ.б.) эшләгән технология б‑са К В. һыуҙа эрей торған аналогы — викасолды; 1943 й. Өфө витамин з‑ды һәм Бөтә Союз ғилми-тикшеренеү витамин ин‑ты хеҙм‑рҙәре (Г.И.Краснокутский, Р.Г. Кристаллинская) уйлап тапҡан технология б‑са синтетик аскорбин к‑таһын етештереү башлана. 60‑сы — 70‑се йй. уртаһында синтетик ысулдар м‑н аэровит, гендевит, пантогам һ.б. 35‑тән ашыу төр поливитамин препараттарын, илдә тәүге тапҡыр һәм берҙән-бер В15 (В.Н.Букин) һәм U В. етештереү үҙләштерелә. 70‑се йй. уртаһында Өфө витамин з‑дында 20‑нән ашыу төр В. етештерелә; 80‑се йй. аҙ. — 90‑сы йй. башында компливит, аекол, феррогематоген (составында С һәм В6 В., тимер, баҡыр бар) препараттары производствоға индерелә; 2000‑се йй. алып селмевит антиоксидант поливитамин препараты, РР В. (никотин к‑таһы; уны ш. уҡ “Иммунопрепарат” пр‑тиеһы яһай) сығарыла. 2008 й. респ. В. препараттарын етештереү күләме 1685 мең ҡап һәм 40139 мең ампула тәшкил иткән. В. РФ‑тың бөтә төбәктәренә, яҡын һәм алыҫ сит илдәргә ебәрелә. Мал өсөн В. препараттарын етештереү 80‑се йй. Өфө витамин з‑дында башлана; D3 В., а.х. өсөн ҡатышмалар сығарыла. 90‑сы йй. башында илдә тәүгеләрҙән U В. ингән “Витулен” майын етештереү үҙләштерелә. Мал аҙығы В. Өфө мал аҙығы з‑дында, “Экопродукт” ЯСЙ‑нда, “Химросс—Уфа” корпорацияһында, “Йәшәйеште тәьмин итеүҙең альтернатив ысулдары” ғилми- производство фирмаһында, “Биосфера— Центр” производство-коммерция фирмаһында (бөтәһе лә — Өфө), Башҡ‑н премикстар з‑дында, “Бионекс” ҒПП‑нда, “Башкорм” ЯСЙ‑нда (бөтәһе лә — Благовещен ҡ.), ит-һөйәк оно етештереү б‑са “Туймазы” Ветеринария-санитария утилләштереү з‑дында сығарыла. Шулай уҡ ҡара: Витаминология, Витаминдар етешмәүе.

Әҙәб.: Л е р м а н И.А., Ф и а л к о в Я.А., С о л ь ц Л.М. Применение лекарственных и витаминных растений Башкирской АССР. Уфа, 1945; Г е о р г и е в с к и й В.П., К о м и с а р е н к о Н.Ф., Д м и т р у к С.Е. Биологически активные вещества лекарственных растений. Новосибирск, 1990. 

 Ф.Х.Камилов, Х.М.Насиров, Т.И.Плеханова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 24.07.2023
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: