Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВОЛЬФ Михаил Борисович

Просмотров: 1414

ВОЛЬФ Михаил Борисович (27.7.1903, Санкт‑Петербург ҡ. — 21.9.1987, Өфө ҡ.), химик‑технолог. Химия фәндәре кандидаты (1937). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1973). Ленинград политехник институтын тамамлағандан һуң (1927) Баҡы ҡ. эшләй: В.Стуруа исемендәге крекинг заводында, 1929 й. алып Әзербайжан нефть ҒТИ‑нда. 1934 й. башлап Үҙәк авиация яғыулығы һәм майҙары ҒТИ‑нда (Мәскәү ҡ.): өлкән ғилми хеҙмәткәр, лаборатория мөдире; 1953 й. — Яңы Куйбышев НЭЗ‑ында. 1955 й. алып Өфө нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда (лаборатория етәксеһе), 1956—75 йй. Башҡортостан нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда: лаборатория, 1964 й. башлап сектор етәксеһе. Фәнни эшмәкәрлеге автомобилдәр, авиация яғыулығы һ.б. нефть продукттары етештереү технологияларын камиллаштырыуға, уларҙың сифатын яҡшыртыу проблемаларына арналған. В. уйлап тапҡан технологиялар республика һәм ил нефть эшкәртеү заводтарында индерелгән. “Почёт Билдәһе” ордендары менән бүләкләнгән (1942, 1951).

  Хеҙм.: Химическая стабилизация моторных и реактивных топлив. М., 1970; Обессеривание нефтяного коксаУфа, 1976 (авторҙ.).

Тәрж. Л.И.Шарапова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 23.08.2022
Связанные темы рубрикатора: