ВОРОНКОВ Михаил Григорьевич
ВОРОНКОВ Михаил Григорьевич (6.12.1921, Орёл ҡ. — 10.2.2014, Өфө ҡ.), химик‑органик. РФА академигы (1991), химия фәндәре докторы (1957), профессор (1962). Фәнни эшмәкәрлеге кремнийорганик һәм көкөрторганик берләшмәләрҙе өйрәнеүгә арналған. В. тәү башлап силоксандарҙы тарҡатыусы гетеролитик реакциялар үткәрә; координация һаны 5—6 булған кремнийлы берләшмәләрҙе, ш. иҫ. силатрандарҙы, синтезлау ысулын эшләй, уларҙың юғары биологик һәм физиологик активлығын билдәләй; көкөрт һәм көкөртлө водородтың органик берләшмәләр менән яңы реакцияларын аса. Биокремнийорганик химия буйынса фәнни йүнәлешкә нигеҙ һалыусы. 70‑се йй. В.П.Юрьев менән берлектә кремнийгидридтарҙың химик бәйләнештәре аралаш берҙәм системалы диендар менән теломеризацияһын, 80‑се йй. С.С.Злотский, Д.Л.Рахманҡолов менән циклик ацеталдәрҙең кремнийлы аналогтарын синтезлау, төҙөлөшөн һәм үҙенсәлектәрен өйрәнеү буйынса тикшеренеүҙәр үткәрә. 1978—83 йй. ӨНИ‑лә уҡыта. В. етәкселегендә дихлорсилан ҡатнашлығындағы берләшмәләр алыу ысулдары камиллаштырылған һәм Реактив ҒТИ‑нда (Өфө ҡ.) уларҙы тәжрибә рәүешендә етештереү ойошторолған. РФ‑тың Дәүләт премияһы (1997), СССР МС‑ы (1991), А.Н.Несмеянов исемендәге (2003), Д.И.Менделеев исемендәге (2009) премиялар лауреаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1975), Халыҡтар дуҫлығы (1981), 4‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” (1999), Почёт (2008) ордендары менән бүләкләнгән.
Х е ҙ м.: Гетеросилоксаны. Новосибирск, 1984 (авторҙ.); Кремнекислородные соединения неметаллов. Производные азота и фосфора. Новосибирск, 1988 (авторҙ.); Макрогетероциклы. М., 1988 (авторҙ.).
С.С.Злотский
Тәрж. Л.И.Шарапова