Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВУЛКАНИЗАЦИЯ

Просмотров: 1009

ВУЛКАНИЗАЦИЯ, каучукты резинаға әүерелдереү. В. ваҡытында каучук макромолекулалары арҡыры химик бәйләнештәр ярҙамында 3‑үлсәмле вулканизацион селтәргә “ҡорола”; һөҙөмтәлә уның ныҡлығы, йылыға һәм һыуыҡҡа сыҙамлығы, һығылмалылығы һ.б. арта. Каучук һәм төрлө ингредиенттар (В. активаторҙары һәм тиҙләткестәре, тултырғыстар һ.б.) ҡатышмаһын көкөрт (көкөртлө В.), органик пероксидтар, синтетик ыҫмалалар, металл оксидтары һ.б. м‑н юғары т‑раға еткереп (термохимик); ҡайһы берҙә ионлы нурланыш тәьҫирендә (радиацион) үткәрелә. Башҡортостанда 20 б. 40‑сы йй. башынан көкөртлө В. Өфө эластомер материалдар, изделиелар һәм конструкциялар заводында — бутадиен һәм тәбиғи каучук, 50‑се йй. аҙағынан хлоропрен һәм нитриль каучуктар, бутилкаучук һ.б. нигеҙендә төрлө резиналар һәм резинатехник изделиелар алыуҙа төп технологик процесс булып тора. 60‑сы йй. — пр‑тиела цинк һәм магний оксидтары м‑н хлоропрен каучуктары В., 90‑сы йй. башынан ҙур тиҙлектәге электрондар ағымы тәьҫирендә цис-изопрен, этилен‑пропилен каучуктары В. үҙләштерелә. Изопрен, бутадиенстирол, кремнийорганик каучуктар нигеҙендәге ҡатышмаларҙың термохимик В. технологияһы кабелдәргә һәм электр сымдарына изоляцион ҡапламалар (мәҫ., “Уфимкабель” ААЙ‑нда), резина деталдәр (ӨМЭПБ, “БЭТО”) етештергәндә һәм автомобиль камераларын ремонтлау пункттарында ҡулланыла. 

Н.Н.Сигаева

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: