Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БОҒҘАН, Балтас р‑нындағы ауыл

Просмотров: 814

БОҒҘАН, Балтас р‑нындағы ауыл, Боғҙан а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 23 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 93 км алыҫлыҡта Боғҙан күле (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 2108 кеше; 1920 — 2134; 1939 — 1143; 1959 — 804; 1989 — 410; 2002 — 453; 2010 — 454 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар.

Ауылға Себер даруғаһы Танып улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендәкерҙәшлек килешеүе б‑са мишәрҙәр Боғҙан Ҡошо (Ҡошбаш) исеме м‑н нигеҙ һала, 1693 й. алып билдәле. Тәүге төпләнеүсе Боғҙан Ирәев исеме м‑н аталған. 1742 й. бында ш. уҡ шарттарҙа хеҙмәтле татарҙар килеп урынлашҡан. Б. 4‑се мишәр кантонының үҙәге булған (1835). 1865 й. 167 йортта 1173 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет, 2 мәктәп, 25 сауҙа кибете булған. 1906 й. 3 мәсет, 3 мәктәп, урыҫ-башҡ. мәктәбе, земство почта станцияһы, этап йорто, 3 бакалея кибете теркәлгән.

Я.Н.Мөниров, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019