Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВЕРЁВКИН Александр Павлович

Просмотров: 1482

ВЕРЁВКИН Александр Павлович (23.2.1946, Чапаевск ҡ.), инженер- электромеханик. Техник ф. д-ры (1999), проф. (2002). БР‑ҙың атҡ. мәғариф хеҙм‑ре (2008), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (1998). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1969) шунда уҡ эшләй (1995 й. алып — химик‑технологик процестарҙы автоматлаштырыу каф., 2009 й. — технологик процестар һәм производстволар каф. мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре нефть эшкәртеү, нефтехимия һәм нефть сығарыу процестары м‑н автоматик һәм автоматлаштырылған идара итеү системаларын ҡороу һәм иҫәпләү алымдарын эшләүгә арналған. В. тарафынан 12 алгоритмлы һәм программалы модуль эшләнә, улар технологик процестар м-н автоматик идара итеү өсөн тәғәйенләнгән алгоритмдар һәм программаларҙың махсуслаштырылған фондына индерелгән (Федераль сәнәғәт милке ин-ты, Мәскәү); атмосфера-вакуум торбалы ҡулайламаларҙа техник майҙарҙың сифатын баһалау, буферлы резервуарҙарҙа нефттең булыуын билдәләү һәм ҡатламдарҙағы баҫымды тотоп тороу (бер кимәлдә) өсөн автоматик рәүештә идара итеү системалары һ.б. уйлап табыла. Асыштары БР-ҙың һәм РФ-тың башҡа төбәктәренең нефть сығарыу һәм нефть эшкәртеү пр-тиеларында индерелгән. 180-дән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 13 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Технические средства автоматизации химико-технологических процессов. Уфа, 1989 (авторҙ.); Современные технологии управления процессами. Уфа, 2001 (авторҙ.); Технология, экономика и автоматизация процессов переработки нефти и газа. М., 2005 (авторҙ.)

М.Ғ.Әхмәҙиев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: