Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВИБРАЦИЯЛЫ ТЕХНИКА

Просмотров: 1052

ВИБРАЦИЯЛЫ ТЕХНИКА, вибрация тыуҙырыу, ш. уҡ уны үлсәү һәм уның м‑н идара итеү ысулдары һәм саралары йыйылмаһы. В.т. бер йүнәлешле хәрәкәт, һуҡмалы-вибрациялы индереү һәм сығарыу, болғатыу һ.б. эффекттар тыуҙырыусы вибрациялы машиналар, стендтар, аппараттар һәм ҡоролмалар инә. В.т. эшсе өлөштәренең билдәле йышлыҡ м‑н тирбәлеүен тыуҙырыу өсөн кривошип- шатунлы (1—20 Гц), поршенлы (5— 80 Гц), электромагнитлы (50—100 Гц) йәки үҙәктән ситкә ынтылған (500 Гц тиклем) күсергестәр ҡулланыла. Вибрация тирбәлгән есемгә бәйләнмәгән иҫәпләү системаһына ҡарата йәки һығылмалы звеноның тирбәлгән есемгә бәйләнгән инерциялы элементтың деформацияһы б‑са үлсәнә. В.т. төҙөлөштә (вибрациялы плиталар, майҙансыҡтар, сүкештәр, катоктар, штамповкалар һ.б.), машиналар эшләүҙә (виброиләктәр, вибронасостар һ.б.), приборҙар эшләүҙә (виброметрҙар, вибрографтар һ.б.), транспортта (вибрациялы конвейерҙар) ҡулланыла. Башҡортостанда 20 б. 80‑се йй. аҙ. алып “СТИН” ЯСЙ‑нда скважина ҡаҙыу өсөн вибрациялы машина, пневматик ҡул бетон ватҡысы, сүкеше һ.б. етештерелә. 90‑сы йй. аҙ. ӨДАТУ‑ла Б.П.Рудой етәкс. иркен поршенлы эске яныулы двигателдәр базаһында вибрациялы инструменттар (боҙватҡыстар, мотовиброватҡыстар, свай ҡағыу техникаһы һ.б.) уйлап табыла, уларҙы 2000—06 йй. “ЭкоМотор” ғилми-техник үҙәге (Өфө) сығара. 

 

Б.П.Рудой

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: