Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВЛАСОВ Александр Васильевич

Просмотров: 268

ВЛАСОВ Александр Васильевич (6.11.1926, Пенза губ. Казеевка а. — 28.2.2017, Өфө), хужалыҡ эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. төҙөүсеһе (1967). Пенза индустриаль ин‑тын тамамлағандан һуң (1949) 21‑се треста (Өфө) эшләй: мастер, прораб, өлкән прораб, бүлек нач., 1957 й. алып баш инженер, 1958 й. — төҙөлөш идаралығы нач., 1961 й. — баш инженер, 1968 й. — трест идарасыһы. 1978—88 йй. БАССР‑ҙың Төҙөлөш б‑са баш идаралығы нач. урынбаҫары. В. етәкс. төҙөлөштөң селтәр графигы ғәмәлгә индерелә; Өфө синтетик спирт з‑дында (ҡара: “Уфаоргсинтез”) полиэтилен (1967) һәм фенол (1976) етештереү өсөн корпустар, Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводында каталитик риформинг һәм дизель яғыулығын һыу м‑н таҙартыу өсөн ҡатнаш ҡулайлама (1970), КПСС‑тың 22‑се съезы ис. Өфө НЭЗ‑ында (ҡара: “Уфанефтехим”) гидрокрекинг ҡулайламаһы (1973) төҙөлә. СССР МС‑ы пр. лауреаты (1974). Окт. Революцияһы (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976), “Почёт Билдәһе” (1965) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 08.11.2019
Связанные темы рубрикатора: