Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КИТАПХАНАЛАР

Просмотров: 1659

КИТАПХАНАЛАР, тиражлы документтарҙың ойошторолған фонды булған һәм уларҙы физик, юридик шәхестәргә ваҡытлыса файҙаланыуға биреп тороусы мәғлүмәти, мәҙәни, белем биреү учреждениелары. Учреждениеның ойоштороу тәртибенә һәм милек формаһына ярашлы дәүләт, муниц., ведомстволы, профсоюз, шәхси К. бүленә. Башҡортостанда тәүге китапханалар 16—17 бб. мәсет, мәҙрәсә, монастырь һәм сиркәүҙәр эргәһендә барлыҡҡа килә. Уларҙың фонды башлыса дини йөкмәткеле китаптарҙан тора. 1835 й. Өфөлә аҙ кеше өсөн тәғәйенләнгән тәүге шәхси түләүле К.‑уҡыу залы асыла. 1836 й. Дворяндар йыйылышы эргәһендә беренсе Губерна йәмәғәт К. ойошторола (ҡара: Милли китапхана). 1864 й. Н.А.Гурвич Губерна статистика ком‑ты эргәһендә фонды 438 дана (1890 й. — яҡынса 3,8 мең) булған йәмәғәт К. нигеҙ һала. 1868 й. Н.К.Блохин (ҡара: Блохиндар) фонды 2,0 мең дана тәшкил иткән шәхси түләүле К.‑уҡыу залын ойоштора. 1891 й. Өфөнөң Ҡала думаһы фонды 3,5 мең дананан торған түләүле ижт. К. аса. 19 б. аҙ. алып белем биреү учреждениеларының К. интенсив рәүештә үҫешә: 1890 й. Өфө ир балалар гимназияһы К. 10 меңдән ашыу, Мариин ҡыҙ балалар гимназияһында — 2,2 мең, Ер үлсәү училищеһында 1,6 мең китап иҫәпләнә. 19 б. аҙ. — 20 б. башында “Ғәлиә”, “Ғосмания”, “Хакимиә”, “Хәсәниә” мәҙрәсәләрендә, Дини семинарияла, Ир балалар дини училищеһында, Өфө реаль уч‑щеһында (ҡара: Реаль училищелар) К. булдырыла; Көнсығыш мосолман һәм Өфө епархияһы К. нигеҙ һалына. Был К. фондтарының күп өлөшөн тарих, философия, география, медицина, математика, логика б‑са китаптар, Европа һәм көнсығыш телдәрендәге нәфис әҙәбиәт әҫәрҙәре тәшкил итә. 19 б. 90‑сыйй. алып халыҡ К. һәм губерна земствоһының уҡыу залдары ойошторола. Улар башлыса земство мәктәптәре эргәһендә эшләй, крәҫтиәндәр өсөн тәғәйенләнә, махсус рәүештә һайлап алынған китап фондтары була. 20 б. башында сәнәғәт пр‑тиелары К. барлыҡҡа килә (ҡара: Профсоюз китапханалары). 1909 й. Өфө уҡытыусылар ин‑тының (ҡара: Башҡорт дәүләт университеты) К. асыла. 1910 й. Өфөлә төрки телле халыҡтар өсөн “Көнсығыш лираһы” К.; 1913 й. Бөрө ҡ. беренсе дәүләт К. нигеҙ һалына, уның фонд нигеҙен П.А.Поповтың шәхси К. тәшкил итә. Революциянан (1917) һуң К. национализациялана. 1921 й. Өфөлә губерна ғилми К., 1928 й. — Үҙәк балалар китапханаһына, 1936 й. Үҙәк китапханаға нигеҙ һалына. 1921 й. Өфөлә тәүге губерна китапхана курстары, 1937 й. Стәрлетамаҡ ҡ. Респ. башҡ. сәйәси китапхана техникумы (ҡара: Китапхана эше һәм киң элемтә колледжы) асыла. 1923 й. 204 К. иҫәпләнә, шуларҙың 27‑һе Өфөлә була. 30‑сы йй. “идеологик яҡтан зыянлы, иҫкергән әҙәбиәт” күпләп тартып алына, һөҙөмтәлә дини әҙәбиәттең, ҡулъяҙма китап һәм иҫке баҫма китаптарҙың күп өлөшө юҡ ителә. 40‑сы йй. алып респ. Мәҙәниәт министрлығы системаһындағы йәмәғәт К. һаны арта: 1940 й. — 250 (161 ауыл К.); 1953 й. — 489 (234); 1971 й. — 1357 (1805); 1991 й. — 1693 (1539); 2011 й. — 1747 (1545), уларҙың берләштерелгән фонды 32 млн һаҡлау берәмегенә етә; ш. иҫ. махсус балалар (104) һәм үҫмерҙәр (12) К. (ҡара: Балалар китапханаһы, Үҫмерҙәр китапханаһы) бар. Респ. ш. уҡ 11 профсоюз, 1908 мәктәп К. эшләй. 70—80‑се йй. К. үҙәкләштерелгән китапхана системаларына (ҮКС) берләштерелә. 2003 й. респ. 63 ҮКС (12 берләштерелгән ҡала һәм район, 42 район, 9 ҡала) иҫәпләнә. Ә.‑З.Вәлиди ис. Милли китапхана (фонды — 3,2 млн ашыу һаҡлау берәмеге), Нефть техник университеты (1 млн ашыу һаҡлау берәмеге), БДУ (1,4 млн ашыу һаҡлау берәмеге), Авиация техник университеты (1 млн ашыу һаҡлау берәмеге) К., Ғилми китапхана (яҡынса 800 мең һаҡлау берәмеге), Медицина университеты (500 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге) К. республикала иң ҙур К. булып тора. Республиканың К. төрлө мәғлүмәт туплаған баҫмаларҙың бөтә төрҙәре һәм типтарының универсаль фондына эйә. К. эшмәкәрлеге БР‑ҙың “Китапхана эше тураһында” һәм “Документтарҙың мотлаҡ нөсхәһе тураһында” закондары (икеһе лә — 1996), “2010—2014 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһында китапхана эшен үҫтереү” программаһы (2009) тарафынан рәсмиләштерелгән.

Әҙәб.: Закиров М.Х. Развитие библиотечного дела в Башкирской АССР за годы Советской власти //Библиотеки Башкирии. Уфа, 1968. Вып.3; Время. Общество. Библиотека. Уфа, 1996; Гайсина Р.Х., Маннанов М.А. Храм сокровищ. Уфа, 1996.

С.Р.Бишева

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019