Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВЕРЕТЕННИКОВ Александр Павлович

Просмотров: 1200

ВЕРЕТЕННИКОВ Александр Павлович [26.8.1900, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Асҡаныш а. (БР‑ҙың Иглин р‑ны) — 16.4.1968, Өфө], дәүләт эшмәкәре. Ленинград а.х. ин‑тын тамамлаған (Пушкин ҡ., 1926). БАССР- ҙың игенселек ХК эргәһендәге А.х. культуралары ҡоротҡостары м‑н көрәш бүлегендә эшләй (1927—31 йй. һәм 1934 й. алып мөдире), 1941 й. башлап БАССР‑ҙың игенселек ХК‑ның баш агрономы. 1948 й. алып Румыния Халыҡ Респ. МС‑ында а.х. б‑са кәңәшсе. 1951 й. башлап БАССР‑ҙың а.х. министры урынбаҫары, 1952 й. алып, 1965—68 йй. — министры; 1956 й. — БАССР МС‑ы рәйесе урынбаҫары, 1962 й. — БАССР‑ҙың а.х. продукттары етештереү һәм әҙерләү министры урынбаҫары. РСФСР ЮС‑ының 5—7‑се, БАССР ЮС‑ының 2‑се, 4—7‑се саҡырылыш депутаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1944, 1957, 1966). 

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: