Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒӘББӘСОВА Илүсә Мәсғүт ҡыҙы

Просмотров: 1963

ҒӘББӘСОВА Илүсә Мәсғүт ҡыҙы (2.2.1950, БАССР‑ҙың Яңауыл р‑ны Ҡарман а.), тупраҡ белгесе. Биол. ф. д‑ры (2001), проф. (2003). К.А.Тимирязев ис. Мәскәү а.х. акад. тамамлағандан һуң (1973) Биология ин‑тында эшләй: 1992 й. алып өлкән, 2001 й. — баш ғилми хеҙм‑р, 2003 й. — лаб. мөдире, бер үк ваҡытта 1995 й. башлап БДАУ‑ҙа уҡыта. Фәнни хеҙмәттәре тупраҡ боҙолоуы процестарын өйрәнеүгә арналған. Ғ. Башҡортостан тупраҡтарының боҙолоу факторҙарын системаға һала, уларҙың боҙолоу кимәлен баһалау системаһын, ш. уҡ ерҙәрҙе яңыртыу ысулдарын эшләй. Ғ. етәкс. нефть һәм нефть продукттары м‑н бысранған тупраҡты, ш. уҡ техноген татырлыҡты һәм тоҙло тупраҡты тергеҙеү һәм уларҙың уңдырышлылығын күтәреү технологиялары эшләнә. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 3 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Почвы Башкортостана: в 2 т. Уфа, 1995—1997 (авторҙ.); Устойчивость почвенных процессов. Уфа, 2001 (авторҙ.); Деградация и рекультивация почв Башкортостана. Уфа, 2004.

 

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: