Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒАЙСИН Шакир Әхмәтдин улы

Просмотров: 1377

ҒАЙСИН Хәсән Нәзир улы [8.5.1908, Ырымбур губ. шул уҡ исемле өйәҙе Ҡарай а. (БР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны) — 12.8.1991, шунда уҡ], Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1931—41 йй. Көйөргәҙе р‑нының В.М.Молотов ис. к‑зында эшләй. 1942 й. июненән Калинин, 1‑се Балтик буйы һәм 3‑сө Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 51‑се армия 204‑се уҡсылар див. 700‑сө уҡсылар полкының пулемёт расчёты ком. сержант Ғ. 1944 й. 19 июне — 6 авг. Белорус ССР‑ының Витебск, Суйково, Литва ССР‑ының Подскрапишка, Расчинаи һәм Скопишкис торама пункттары өсөн һуғыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1945) 1968 й. тиклем Күмертау р‑нының В.И.Молотов ис. к‑зында һәм Мораптал с‑зында эшләй. Ленин (1945), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), 3‑сө дәрәжә Дан (1945) орд. м‑н бүләкләнгән. Тыуған ауылында Ғ. һәйкәл ҡуйылған.

И.Ғ.Кәримова Тәрж. Д.К.Үзбәков

 

Р.Р.Исмәғилев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: