Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“АҠ ТИРМӘ” милли-мәҙәни үҙәҡ

Просмотров: 1373

“АҠ ТИРМӘ Башҡортостан Республикаһы милли-мәҙәни үҙәге, башҡ. халҡының мәҙәниәте үҫешенә, милли традицияларҙы һәм башҡорт телен һаҡлауға булышлыҡ итеү маҡсатында төҙөлгән ижт. ойошма. Өфөлә урынлашҡан. 1988 й. Респ. башҡ. мәҙәниәте клубы булараҡ ойошторола, 1994 й. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Бүздәк р‑ны Ҡаңны‑Төркәй а. филиалы бар. Эшмәкәрлегенең төп формалары: Респ. райондары һәм ҡалалары көндәрен, “Дуҫлыҡ моңо” фестивален, “Ирәндек моңдары” конкурсын, халыҡ байрамдарын, башҡ. мәҙәниәте, фәне, мәғарифының күренекле эшмәкәрҙәре юбилейҙарын, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте б‑са китап туйҙарын, ижт.‑сәйәси темаға дискуссиялар һ.б. үткәреүҙә ҡатнашыу. “А.т.” башланғысы м‑н йыл һайын “Теле барҙың — иле бар” (2002 й. алып) байрамы үткәрелә. “А.т.” эргәһендә “Дим моңдары”, “Заһиҙә” фольклор ансамблдәре; “Өләсәйҙәр клубы” эшләй. Ойошма м‑н М.С.Бураҡаева, С.И.Йәнтурин һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Л.Ғ.Бейешева

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019