Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВАХРУШЕВ Георгий Васильевич

Просмотров: 1711

ВАХРУШЕВ Георгий Васильевич (30.11.1894, Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Некрасовка а. — 6.5.1966, Өфө ҡ.), геолог. Геология‑минералогия фәндәре докторы (1942), профессор (1943). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1945), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1945). Ҡазан университетын тамамлағандан һуң (1927) Көнсығыш педагогия институтында (Ҡазан ҡ.) уҡыта. 1931 й. алып Башҡортостан геологик разведка тресында эшләй, 1934 й. башлап Башҡортостан сәнәғәт ҒТИ‑ның сектор етәксеһе. 1938—51 йй. Һарытау университетының дөйөм геология кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1939—40 йй. директор урынбаҫары, 1944 й. алып геология факультеты деканы, 1949—50 йй. проректоры, 1946—48 йй. Һарытау университеты эргәһендәге Геология һәм тупраҡ ғилеме ҒТИ директоры. 1951—56 йй. СССР ФА Башҡортостан филиалы Президиумы рәйесе, бер үк ваҡытта 1954 й. тиклем Тау‑геология институты директоры, 1952—61 йй. БАХИ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге Түбәнге Волга буйы, Көньяҡ Уралдың геологик төҙөлөшөн һәм файҙалы ҡаҙылмаларын өйрәнеүгә бәйле. В. тарафынан Көнбайыш Башҡортостандың мезозой һәм кайнозой ҡатламдарының тәүге стратиграфик схемаһы төҙөлгән, хәҙерге рельефтың нефтле һәм газлы тектоник структураларға бәйле булыуы иҫбатланған; Ер ҡабығының яңы хәрәкәттәрен өйрәнеүҙең геологик-геоморфологик методикаһы һәм уны нефтле структураларҙы эҙләгәндә ҡулланыу ысулдары тәҡдим ителгән; геоморфологик карта төшөрөүҙең тарихи принциптары эшләнгә. В. ҡатнашлығында республикала янар һәүерташтар, һоро күмер, төҙөлөш материалдары һәм утҡа сыҙамлы балсыҡ ятҡылыҡтары асылған. Янғантауҙың термаль күренештәре, Көньяҡ Уралдағы ашалған сыбар ҡатлам һәм карст процестары һүрәтләнгән. СССР ЮС‑ының 4‑се, БАССР ЮС‑ының 3‑сө саҡырылыш депутаты. Ленин ордены менән бүләкләнгән (1954). Уның исемендәге премия булдырылған. Өфө ҡ. урамға В. исеме бирелгән.

  Х е ҙ м.: Четвертичные отложения Башкирии //Учёные записки Саратовского государственного университета. Саратов, 1938. Т.1. №2; Мезозойские и третичные отложения западного склона Башкирского Урала //шунда уҡ. Саратов. 1940. Т.15. №2.

А.П.Рождественский

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.11.2022
Связанные темы рубрикатора: