Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮРГЕ КАМА УЙПАТЛЫҒЫ

Просмотров: 1191

ҮРГЕ КАМА УЙПАТЛЫҒЫ, Волга-Кама антеклизаһы эсендәге беренсе дәрәжәле ҙур кире тектоник структура. В.Д.Наливкин тарафынан айырып күрһәтелә (1956). Э.Э.Фотиади (1958), А.А.Клевцова (1971), Р.О.Хачатрян (1979) тарафынан өйрәнелә. Палеозой ултырмаларында айырыла. Уйпатлыҡ тура мөйөшлө, төньяҡ-көнбайышҡа ауышҡан. Төп өлөшө Пермь крайы һәм Удмуртия территорияһында үҫешкән.

БР сиктәрендә уның көньяҡ-көнсығыш өлөшө урынлашҡан, көньяҡта — Бөрө биләне, көнсығышта Башҡорт көмбәҙе менән сиктәш. Оҙонлоғо яҡынса 130 км, киңлеге 40—60 км. Төньяҡҡа табан баҫҡыс рәүешендә бата (яҡынса 3 м/км). Девон ҡатламдарында Башҡ. көмбәҙе яғынан борт зоналары Бөрө биләне менән тоташҡан өлөшөнә ҡарағанда рельефлыраҡ, риф һәм биогермдары булған локаль брахиантиклиналдәр үҫеше менән билдәләнә. Төбө Ү.К.у. үҙәгенә табан батып барған һөҙәк киртләстәрҙә урынлашҡан оҙонса һәм ваҡ көмбәҙ рәүешендәге ҡалҡыулыҡтар, түбәнлектәр менән ҡатмарланған. Ҡалҡыулыҡтар төньяҡ‑көнбайыш йүнәлешендәге сылбырҙарға йәки валға оҡшаш зоналарға төркөмләнә. Карбон ултырмалары структураһында Кама-Кинәле бөгөлдәре системаһы тәьҫире аҫтында үҙгәрештәр була. Бында Шалым бөгөлө һуҙыла, уның көнсығыш борты риф һәм биогермдар (Көнсығыш Вояҙы, Игровка, Тәтешле, Йөгәмеш һ.б.) менән ҡатмарлана. Ү.К.у. төбө Байсар һәм Көнбайыш Вояҙы биогермдары менән ҡатмарланған, үҙәгендә киртләс һымаҡ бата барыу һаҡланған. Аҫҡы пермь ҡатламдарында Ү.К.у. көньяҡ‑көнсығыш өлөшө һиҙелерлек түбән төшә, бында валға оҡшаш Иванай һәм Ҡарабай зоналарының төньяҡ‑көнбайыш сик өлөштәре урынлашҡан, Яңауыл мульдаһы айырыла, ул көньяҡҡа һәм көньяҡ-көнбайышҡа табан төньяҡ‑көнбайыш, төньяҡ‑көнсығыш һәм субкиңлек йүнәлешле локаль структуралары булған киртләсле тупһаларға әйләнә. Девон—аҫҡы пермь ултырмаларының структура пландарында айырмалыҡтар булғанда локаль структураларҙың тура килеүе күҙәтелә, киҫелеш буйлап өҫкә табан уларҙың төҫмөрләнеүе кәмей. Ү.К.у. сиктәрендә Арлан нефть ятҡылығы, Байсар, Вениамин, Вояҙы, Игровка, Хмелевка һ.б. нефть ятҡылыҡтары асылған.

  Әҙәб.: Л о з и н Е.В. Тектоника и нефтеносность платформенного Башкортостана: в 2 ч. М., 1994.

Е.В.Лозин

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.11.2022
Связанные темы рубрикатора: