Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВИЗЕ ЯРУСЫ

Просмотров: 1351

ВИЗЕ ЯРУСЫ, карбондың аҫҡы бүлегенең урта бүлексәһе. Турней ярусында ята, серпухов ярусы менән ҡапланған. Ж.‑О.Госсель тарафынан айырып күрһәтелә (1882). Визе ҡ. (Бельгия) исеме менән аталған. Диңгеҙ һәм континенталь ултырмаларҙан тора. Диңгеҙ ҡатламдарына — фораминифер, мәрйен, остракод, брахиопод, конодонт, континенталдәргә спора һәм һеркә хас. Аҫҡы һәм өҫкө ярым ярустарға бүленә. Аҫҡыһы — радай һәм бобрик, өҫкөһө тула, алексин, михайлов һәм венёв горизонттарынан тора. БР территорияһында В.я. ултырмалары фацияларҙың күп төрлө булыуы менән айырыла. Башҡортостандың платформа өлөшөндә аҫҡы ярым ярусы (ҡалынлығы 100—120 м) — континенталь (алевролит, аргиллит, таш күмер һәм каолинит балсыҡ ҡатыш ҡомташ), өҫкөһө (ҡалынлығы 200 м тиклем) диңгеҙ, башлыса карбонатлы ҡатламдарҙан тора. Башҡорт мегантиклинорийының көнбайыш битләүендә аҫҡы ярым ярусы (ҡалынлығы 25—200 м) — карбонатлы һәм карбонатлы- терриген ҡатламдарҙан, өҫкөһө (ҡалынлығы 160—230 м) эзбизташтан һәм доломиттан ғибәрәт. Магнитогорск мегасинклинорийында аҫҡы ярым ярусы (ҡалынлығы 350—1000 м) — вулканоген-ултырма тау тоҡомдарынан (вулкан ҡомташы, туф‑ҡомташ, алевролит, ҡомташ, эзбизташ), өҫкөһө (ҡалынлығы 800—1000 м) башлыса һай диңгеҙ органоген эзбизташынан тора. Йылайыр синклинорийында В.я. терриген-карбонатлы ҡатламдарҙан (ҡалынлығы 800 м ашыу) һалынған. Аҫҡы ярым ярусының аҫҡы өлөшөндә — терриген ҡатламдар, өҫкө өлөшөндә эзбизташ өҫтөнлөк итә. Өҫкө ярым ярусы башлыса карбонатлы‑терриген ҡатламдарҙан тора. Республиканың төньяҡ-көнсығышында өҫкө ярым ярусының диңгеҙ карбонатлы ҡатламдары (ҡалынлығы 200 м тиклем) күп.

  Әҙәб.: Стратиграфические схемы Урала. Екатеринбург, 1993; H a n c e  L., P o t y  E., D e v u y s t  F. - X. VISÉAN //Geologica Belgica. 2006.

 

Е.И.Кулагина

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 23.11.2022
Связанные темы рубрикатора: