Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВИССАРИОНОВА Антонина Яковлевна

Просмотров: 1548

ВИССАРИОНОВА Антонина Яковлевна (7.3.1911, Пермь ҡ. — 15.1.1977, Өфө ҡ.), тау инженеры. Геология‑минералогия фәндәре докторы (1959), профессор (1965). РСФСР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1969), СССР‑ҙың нефть сығарыу сәнәғәте отличнигы (1969). Свердловск тау институтын тамамлағандан һуң (1934) “Башнефть” берекмәһенең үҙәк ғилми-тикшеренеү лабораторияһы начальнигы; 1947—60 йй. һәм 1965—73 йй. Башҡортостан нефть ғилми-тикшеренеү һәм проект институтының лаборатория етәксеһе, бүлек етәксеһе, 1960 й. алып директор урынбаҫары, 1973 й. — өлкән ғилми хеҙмәткәре. Фәнни эшмәкәрлеге стратиграфия һәм палеонтология өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә бәйле. В. тарафынан карбон һәм аҫҡы пермь фораминиферҙары системалаштырылған; аҫҡы һәм урта таш күмер ҡатламының стратиграфик схемаһы эшләнгән, ул Волга-Урал нефтле һәм газлы провинцияһында геологик‑разведка эштәре йүнәлешенә мөһим йоғонто яһай, яңы нефть ятҡылыҡтарын һәм газ ятҡылыҡтарын асыуға булышлыҡ итә. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1948), “Почёт Билдәһе” (1952, 1959) ордендары менән бүләкләнгән.

  Х е ҙ м.: Стратиграфии и фации средне- и нижнекаменноугольных отложений Башкирии и их нефтегазоносность. М., 1959; Каменноугольные отложения Волго-Уральской нефтегазоносной провинции. М., 1975 (авторҙ.).

К.С.Баймөхәмәтов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 07.11.2022
Связанные темы рубрикатора: