Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВОДОРЕЗОВ Григорий Иванович

Просмотров: 1161

ВОДОРЕЗОВ Григорий Иванович (18.2.1898, Кубань өлкәһе Лабинская станицаһы — 15.6.1992, Өфө ҡ.), инженер‑геолог. Ҡаҙаҡ ССР‑ының атҡаҙанған фән һәм техника хеҙмәткәре (1951). Ленинград тау институтын тамамлаған (1929). 1926—34 йй. һәм 1939—41 йй. Бөтә Союз геология институтының (Ленинград ҡ.) өлкән ғилми хеҙмәткәре, бер үк ваҡытта 1931—34 йй. Ленинград тау институтында уҡыта. 1934—39 йй. Ҡаҙағстанда эшләй. 1949 й. алып “Башкиргеология” ПБ‑ның баш геологы, 1954—79 йй. геологик партиялар начальнигы. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге БАССР, Ырымбур өлкәһе, Үҙәк һәм Көнбайыш Ҡаҙағстан территорияларында геологик төшөрөү эштәренә бәйле. В. Көньяҡ Уралдың көнсығыш битләүендәге колчеданлы зоналар силуры һәм девонының төбәк стратиграфик схемаларын төҙөй. В. етәкселегендә Баймаҡ, Сибай, Учалы һ.б. мәғдәнле райондарҙың прогнозлы металлогеник карталары төҙөлгән. СССР‑ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1958). Ленин (1951), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1950), “Почёт Билдәһе” (1946) ордендары менән бүләкләнгән. Трилобит төрҙәре — Basiliella vodorezovi, Paraolenoides vodorezovi, Phacops (Trimericephalus) vodorezovi, замоклы брахиоподтар — Enantiosphen vodorezovi, аяҡбаш моллюскылар класы — Eoasinites vodorezovi һәм мәрйен һымаҡ полиптар — Sestrophyllum vodorezovi уның исеме менән аталған.

  Х е ҙ м.: Методика составления металлогенических карт рудных районов Башкирского Урала //Материалы по геологии и полезным ископаемым Южного Урала. М., 1972 (авторҙ.).

А.А.Захаров

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 07.11.2022
Связанные темы рубрикатора: