Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВОЛГА-УРАЛ НЕФТЛЕ ҺӘМ ГАЗЛЫ ПРОВИНЦИЯҺЫ

Просмотров: 1030

ВОЛГАУРАЛ НЕФТЛЕ ҺӘМ ГАЗЛЫ  ПРОВИНЦИЯҺЫ, Башҡортостан,  Татарстан, Марий Эл, СыуашстанУдмуртия респ.; Волгоград,  Киров, Свердловск өлкәләре,  Ульяновск, Һамар өлкәләре, Һарытау  өлкәһе, Ырымбур өлкәһе һәм  Пермь крайы сиктәрендә Көнсығыш  Европа платформаһының көнсығыш  өлөшөндә урынлашҡан. В.‑У.н.һ.г.п.  күпселек өлөшөн ВолгаУрал антеклизаһы  биләй. Субмеридиональ йүнәлештә  һуҙылған. Төньяҡта — Тимандың,  көнсығышта — Уралдың  йыйырсыҡлы өлкәһе, көньяҡта —  Каспий буйы синеклизаһы, көнбайышта  Токма һәм Сысол көмбәҙҙәре  м‑н сиктәш. Майҙаны 700 мең км2.  Провинция сиктәрендә ҙур көмбәҙҙәр  (Башҡорт көмбәҙе, Көньяҡ Татар  көмбәҙе, Пермь, Төньяҡ Татар  көмбәҙҙәре һ.б.) һәм уйпатлыҡтар  (Быҙаулыҡ, Мәләкәс, Үрге Кама уйпатлыҡтары  һ.б.) рәте асыҡланған.  В.‑У.н.һ.г.п. нефть һәм газ ятыштарын  үҙ эсенә алған нефтле һәм  газлы комплекстар айырыла. Нефттең  төп запастары — девон һәм карбон,  газдыҡы пермь ултырмаларына  тура килә; рифей һәм венд ҡатламдарында  нефть сығанаҡтары билдәле.  Продуктлы горизонттар 0,2—5,4 км  тәрәнлектә асылған. Ятыштар башлыса  ҡатлаулы (көмбәҙле һәм литологик  экранланған көмбәҙле) һәм массив;  аҙыраҡ — тектоник экранланған.  В.‑У.н.һ.г.п. нефтле һәм газлы  өлкәләргә бүленә: Көньяҡ Урал алды,  Пермь‑Башҡорт, Түб. Волга, Урта  Волга, Үрге Кама һ.б., уларҙа 1100‑ҙән  ашыу нефь һәм газ, нефть ятҡылыҡтары,  50 газ ятҡылығы асылған.  Иң ҙур нефть ятҡылыҡтары:  Арлан нефть ятҡылығы, Туймазы  нефть ятҡылығы, Баулы, Ромашкино  (ТР), Кулешов, Покров (Һамар  өлк.), Павлов (Пермь крайы),  Бобров (Ырымбур өлк.), Мишкә (Удмуртия  Респ.); газ һәм газ конденсаты  ятҡылыҡтары — Бөркөт, Исем  (БР), Ырымбур (Ырымбур өлк.),  Коробков (Волгоград өлк.), Степнов  (Һарытау өлк.). В.‑У.н.һ.г.п.  беренсе нефть ятҡылығы (Үрге Чусов;  Пермь крайы) — 1929 й., газ  ятҡылығы (Елшан‑Курдюм; Һарытау  өлк.) — 1941 й., БР терр‑яһында тәүге  нефть ятҡылығы (Ишембай нефть  ятҡылығы) 1932 й. асылған. 40‑сы йй.  Рәсәйҙең һәм донъяның иң ҙур нефть  һәм газ райондарының береһе “Икенсе  Баҡы” исемен ала (И.М.Губкин).  В.‑У.н.һ.г.п. өйрәнеүгә К.С.Баймөхәмәтов,  А.А.Блохин, Т.М.Золоев,  Б.М.Йосопов, Г.П.Ованесов, И.Г.Пермяков,  Л.Н.Розанов, А.А.Трофимук,  Ф.И.Хатьянов, Н.С.Шатский һ.б.  тикшеренеүҙәре арналған. 

Әҙәб.: Л о з и н Е.В. Глубинное строение  и нефтегазоносность Волго‑Уральской области  и смежных территорий //Литосфера. 2002. №3.

Е.В.Лозин

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: