Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КӨНСЫҒЫШ ЕВРОПА ПЛАТФОРМАҺЫ

Просмотров: 1269

КӨНСЫҒЫШ ЕВРОПА ПЛАТФОРМАҺЫ, У р ы ҫ п л а т ф о р м а һ ы, боронғо (рифейға тиклем) платформаларға ҡараған континенталь ер ҡабығының ҙур участкаһы. Географик урыны башлыса Көнсығыш Европа тигеҙлегенә тура килә. К.Е.п. йыйырсыҡлы өлкәләр (Урал, Карпат, Добруджа, Свентокшис тауҙары, Скандинавияның тау өлөшө) һәм плиталар (Скиф, Тиман‑Печора) менән сиктәш. К.Е.п. Балтика, Украина щиттарынан һәм Урыҫ плитаһынан тора. Майҙаны — 5,5 млн км2. К.Е.п. төҙөлөшөндә күп һанлы интрузиялар менән йыртылған архей‑аҫҡы протерозой метаморфик ҡатлауҙарынан һалынған кристалл нигеҙ һәм метаморфланмаған һөҙәк ятҡан ҡатламдарҙан торған ултырма япма айырыла. Урыҫ плитаһының ултырма япмаһында аҫҡы (авлакоген) һәм өҫкө (плита) комплекстары бүленә. Авлакоген комплексы кристалл нигеҙҙең тар, тәрән, оҙон уйпатлыҡтарында ятҡан рифей ултырмаларынан тора. Үҙ эсенә фанерозой ҡатламдарын индергән плита комплексы бер аҙ вулканик һәм интрузив тау тоҡомдары булған ултырма ҡатлауҙарҙан ғибәрәт; антеклиза һәм синеклиза һөҙәк структураларын барлыҡҡа килтерә. Ултырма япманың ҡалынлығы антеклизаларҙа — 1—2 км, синеклизаларҙа 10 км тиклем тәшкил итә.       Башҡортостанда К.Е.п. республиканың көнбайыш административ сигенән Урал йыйырсыҡлы өлкәһенә тиклем территорияны биләй. Платформаның авлакоген комплексы — республика сиктәрендә Кама-Ағиҙел бөгөлөндә һәм Серновод-Абдулла бөгөлөндә, плита комплексы Волга‑Урал антеклизаһында һәм Урал алды бөгөлөндә үҫешкән. Нигеҙҙең ятыу тәрәнлеге респ. көнбайыш авлакогендарында 8—10 км алып Урал алды бөгөлөндә 18—20 км тиклем. Урал алды бөгөлөнөң аҫҡы пермь ҡатламдарында — таш тоҙ ятҡылыҡтары, Волга‑Урал антеклизаһының девон, карбон һәм пермь ултырмаларында нефть ятҡылыҡтары, газ ятҡылыҡтары бар.

   Әҙәб.: М и л а н о в с к и й Е.Е. Геология России и ближнего зарубежья. М., 1996.

В.Н.Пучков

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 01.04.2024
Связанные темы рубрикатора: