Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КӨНСЫҒЫШ РӘСӘЙ ҠАТМАРЛЫ БАССЕЙНЫ

Просмотров: 1117

КӨНСЫҒЫШ РӘСӘЙ ҠАТМАРЛЫ БАССЕЙНЫ, баҫымһыҙ һәм баҫымлы ҡатлам һыуҙарын үҙ эсенә ала, Көнсығыш Европа ҡатлам (ҡабыҡ‑блок һәм блок‑ҡатлам) һыуҙары бассейндары системаһының беренсе бассейны. Геологик‑гидрогеологик үҙенсәлектәре буйынса Кама‑Вятка баҫымлы ҡатлам (блок‑ҡатлам) һыуҙары бассейнының икенсеһенә тиңдәш.

БР‑ҙа республиканың көнбайыш административ сигенән Урал алды ҡатмарлы бассейнына тиклем территорияны биләй (ҡара: Гидрогеологик районлаштырыу). Өҫкө һәм аҫҡы гидродинамик ҡаттарға бүленә. Өҫкө ҡаты пермдән алып кайнозойға тиклем терриген‑карбонат һәм карбонат ултырмаларында формалаша. Ҡалынлығы яҡынса 350 м, Өфө яйлаһында яҡынса 600 м. Баҫымһыҙ һәм һүлпән баҫымлы ер аҫты һыуҙары таралған. Ятыш тәрәнлеге 20—40 м тиклем, Бөгөлмә‑Бәләбәй ҡалҡыулығында 70 м тиклем, Өфө яйлаһында 200 м тиклем. Һыуҙарҙың хәрәкәтен геологик структуралар һәм ерҙең ауышы билдәләй. Өҫкө пермдең терриген тоҡомдарынан сыҡҡан шишмәләрҙең дебиты 4—12 л/с тиклем, карбонат тоҡомдарынан сыҡҡандарыныҡы 10—80 л/с тиклем. Скважиналарҙың сағыштырма дебиты 2—4 л/с. Өфө яйлаһындағы аҫҡы пермдең карслы карбонат һәм сатнаған тау тоҡомдарынан сыҡҡан шишмәләрҙең дебиты 0,03—20 алып 80—300 л/с тиклем һәм унан да күберәк (Красный Ключ сығанағыныҡы йәйен 2000—6000 л/с алып яҙын 68000 л/с тиклем). Ҙур йылғалар үҙәндәрендә скважиналарҙың сағыштырма дебиты 3—10 алып 50 л/с тиклем, уртаса һәм бәләкәйҙәрендә яҡынса 2,5 (урыны менән 5‑кә тиклем) л/с. Бассейндағы өҫкө ҡаттың ер аҫты аҡмаһының минималь модуле 1—3 л/с•км2, макс. — 4 л/с•км2. Сөсө һәм аҙ минераллы сульфатлы, кальцийлы һыуҙар таралған, тәрәнәйә бара уларҙың составы ныҡ ҡына төрләнә. Ер аҫты һыуҙарының төп запастары аллювиаль дүртенсел, өҫкө һәм аҫҡы пермь ҡатламдарында тупланған. Дренаж зонаһында ресурстары — тәүлегенә 14416,4 мең м3, ш. иҫ. сөсө һыуҙарҙыҡы тәүлегенә 2403,6 м3. Һыу сығарыу күләме — тәүлегенә 594,75 м3. Аҫҡы ҡаты протерозойҙан алып пермгә тиклем терриген һәм карбонат ултырмаларында формалаша. Ҡалынлығы 1300—5000 м. Составында бор, бром, иод, литий, стронций һәм көкөртлө водород булған баҫымлы тоҙло һыуҙар һәм рассолдар таралған.

В.Ф.Ткачёв

Тәрж. Э.М.Юлбарисов



Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 09.11.2022
Связанные темы рубрикатора: