Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГАББРО

Просмотров: 1584

ГАББРО (итальянса gabbro), һелте составлы магматик тау тоҡомо, базальттың интрузив аналогы. Һелтеле плагиоклаздан (50—60%), моноклин, ҡайһы ваҡыт ромбик пироксендан (40—50%), акцессор минералдарҙан (апатит, сфен һ.б.) тора. Составы буйынса кварцлы, оливинлы, троктолитлы, мөгөҙ обманкалы һ.б. Г. айырыла. Структураһы бөртөклө, эре бөртөклө, текстураһы массив, буй‑буйлы. Төҫө ҡара йәки ҡуйы йәшел. Йөҙләү ташы булараҡ, шулай уҡ ҡырсынташ етештереүҙә һ.б. ҡулланыла. БР‑ҙа Г. һәм габбродиабаз (структураһы буйынса Г. һәм диабаздар араһындағы тоҡом) дайкалары Башҡорт мегантиклинорийында күп осрай; Магнитогорск мегасинклинорийында гранитоидтар (Магнитогорск комплексы) һәм ультраһелтеле тоҡомдар (Миндәк, Нәрәле массивтары) берләшмәһе менән бәләкәй массивтар рәүешендә таралған.

  Әҙәб.: З а в а р и ц к и й А.Н. Изверженные горные породы. М., 1955.

А.А.Алексеев

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 10.11.2022